Все новости
Мәғариф
14 Декабря 2018, 10:54

ЯҢЫ ГИМНАЗИСТАР

3-сө БРГИ-ла яңы йыл алдынан 5-се класс уҡыусыларын «Гимназистар сафына ҡабул итеү» сараһы үтте. Гимназиябыҙға тәүгә аяҡ баҫҡан уҡыусылар ҡабул ителә бында. Улар уҡыуҙа ла, тәртиптәре буйынса ла үҙҙәрен һынатмаҫҡа, кластан тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнашырға тейеш.

3-сө БРГИ-ла яңы йыл алдынан 5-се класс уҡыусыларын «Гимназистар сафына ҡабул итеү» сараһы үтте. Гимназиябыҙға тәүгә аяҡ баҫҡан уҡыусылар ҡабул ителә бында. Улар уҡыуҙа ла, тәртиптәре буйынса ла үҙҙәрен һынатмаҫҡа, кластан тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнашырға тейеш.


Республикабыҙҙың төрлө райондарынан, ҡалаларынан килгән балаларға, әлбиттә, бер коллектив булып тупланып китеүе лә еңел түгел. Әммә класс етәкселәре, тәрбиәселәр, уҡытыусылар, ата-әсәләр менән бергәләп эшләү һөҙөмтәһендә был ауырлыҡтар еңеп сығыла.

5а класы етәксеһе Гөлнур Нафиҡова әйтеүенсә, балалар үҙ-ара бик татыу. Уҡырға Күгәрсен, Ейәнсура, Көйөргәҙе райондарынан һәм ҡалабыҙҙағы М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәптән килгәндәр. Альбина Әлмөхәмәтова уҡырға Ейәнсура районынан килгән. «Мин яҡшы уҡырға тейешмен. Киләсәктә юғары белемле рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға теләйем. Уҡытыусылар уҫал түгел, яйлап ҡына аңлаталар. Миңә бында бөтәһе лә оҡшай. Тәрбиәсем әсәйем кеүек», - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша ул. 5-се кластарҙың тәрбиәсеһе Нәсимә Имакованы балалары үҙ әсәһендәй яҡын күрә. Бергәләп ҡаланың «Тыуған яҡты өйрәнеү» музейына ла барғандар, ҡаланың иҫтәлекле урындары менән дә танышҡандар. Ҡыҙҙар, малайҙар түңәрәктәргә лә йөрөй, бүлмәләрендәге гөлдәргә һыу һибә, китап-дәфтәрҙәрен, кейемдәрен тәртиптә тоторға ла өлгөрә. Тәүҙә ауылдарын һағынһалар, хәҙер буш ваҡыттары ла юҡ. Гимназия китапханаһына барырға ла, гәзит-журналдар уҡырға ла, телевизор ҡарарға ла, өй эштәрен эшләргә лә кәрәк. Бер нисә ай эсендә Илдар Әйүпов, Никита Шәһәров, Рүзилә Баймырҙина, Әҙилә Намаҙғолова, Наҙгөл Байбулатова, Әлфинур Шәһәрова үҙҙәрен бар яҡтан да һәләтле итеп күрһәтеп өлгөргән. Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Земфира Усманова шатлыҡтары менән уртаҡлашты: «Бөтә 5-се класс уҡыусыларын да гимназистар сафына ҡабул иттек. Иҫтәлекле сараға ата-әсәләр ҙә саҡырылды. Уҡыусылар көсө менән концерт номерҙары ҡуйылды. Ата-әсәләр ошо ваҡыт эсендә балаларының өлгәшкән уңыштарын, асылған һәләттәрен күреп шатланды, сөнки ошо байрамда төрлө конкурстарҙа урын алғандарға Маҡтау грамоталары тапшырылды. Психолог-педагог Дания Юлтаева етәкселегендә алдан уҡытыусылар, ата-әсәләр ҡатнашлығында педконсилиум да үткәрелде. Был етди сараға беҙ алдан ентекле әҙерләндек», - тине.

Балалар артабан да яҡшы уҡырға, тәртипле булырға ант бирҙе. Сара аҙағында уларға «Гимназист таныҡлығы» тапшырылды.
Читайте нас: