Все новости
Мәғариф
18 Декабря 2018, 11:41

ИРМӘК ТӘ, ФАЙҘАЛЫ ЛА

Кисә Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда “Балаларға изге юл” тип исемләнгән КВН булды. Унда Ермолаевоның 1-се һәм 2-се мәктәптәренән, Яҡшымбәт, Зәк-Ишмәт, Павловка, Абдул, Илкәнәй белем усаҡтарынан барлығы ете команда көс һынашты.

ЮХХДИ менән берлектә үткәрелгән сара бик ирмәк булды. Ҡыҙыҡлы ярыш уйынын үткәреүҙә спонсор ярҙамы күрһәтеүсе Көйөргәҙе ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Р. Бабаченкоға, “Эшлекле урман” йәмғиәте етәксеһе А. Күсәрбаевҡа, “Электроника” магазины директоры В. Гречушкинға, шәхси эшҡыуарҙар А. Михайловҡа, Ф. Басимоваға, А. Семеновҡа, “Көйөргәҙеһөт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе А. Дьяченкоға ҙур рәхмәт.
Читайте нас: