Все новости
Мәғариф
18 Декабря 2018, 12:11

КЕСКӘЙ ЯҠШЫМБӘТТӘР - ЫСЫН ГРАЖДАНДАР

Яҡшымбәт ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙә гражданлыҡ тәрбиәләү буйынса район тәрбиәселәре семинары үтте.

Яҡшымбәт ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙә гражданлыҡ тәрбиәләү буйынса район тәрбиәселәре семинары үтте.


Тәрбиәсе Тәнзилә Бикмаева ҡунаҡтарға кесе төркөм тәрбиәләнеүселәре менән «Ғаилә ағасы» темаһына арналған сара күрһәтте.

Гөлмирә Бикмаева өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре менән үткәргән «Мин тыуған яғымды яратам» дәресендә балаларҙы Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫкән күренекле, арҙаҡлы шәхестәр хаҡындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.

Әлфиә Әлимбәкова кескәйҙәрҙә нисек итеп гражданлыҡ тәрбиәләү хаҡындағы доклад-сығышынан һуң педагогтар менән берлектә балалар баҡсаһының гербын төҙөү буйынса мастер-класс күрһәтте.

Сарала илһөйәрлек темаһына Гөлмирә Бикманеа һәм Рәсимә Бикмаева башҡарған йырҙар ҙа яңғыраны, Әлфиә Ғәйзулла ҡыҙының һуғыш һәм тыл ветерандарына арналған видеоһының исем туйы ла күрһәтелде. Ә инде балалар баҡсаһы педагогтары башҡарған «Йәш һалдат» патриотик йыры көйөнә кескәйҙәрҙең ҡушылып бейеүе семинарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһының да күңелдәренә хуш килде.

Район балалар баҡсалары педагогтары исеменән
Читайте нас: