Все новости
Мәғариф
21 Декабря 2018, 10:30

23-СӨ ТАПҠЫР

Декабрь - башҡорт халҡының данлыҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди Туған тыуған ай.

Декабрь - башҡорт халҡының данлыҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди Туған тыуған ай. Йыл һайын ошо осорҙа Республика политехник лицей-интернаты уҡыусылары менән Ишембай ҡалаһындағы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се һанлы Башҡорт гимназия -интернаты ойошторған «Вәлиди уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһында ҙур теләк менән ҡатнашабыҙ. Быйыл 23-сө тапҡыр үткәрелгән сарала оло шәхесебеҙҙе, Башҡортостан автономияһы өсөн баштарын һалған, тарих туҙанында онотола яҙған көрәштәштәрен иҫкә алдыҡ.


Конференция сиктәрендә бына өсөнсө йыл инде Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына бағышланған интеллектуаль уйын үткәрелә. Сәмле ярышта беҙҙең уҡыусылар Разалина Аҙнабаева (10 б класс), Ғәзиз Ғәббәсов (9 а класс), Гөлиә Нуриманова (10 б класс) өс этапты ла уңышлы үтеп, 28 команда араһында III дәрәжә Дипломға лайыҡ булдылар. Шул уҡ Разалинабыҙ «Ә. Вәлидиҙең көрәштәштәре» секцияһында уңышлы сығыш яһап, III дәрәжә Диплом менән бүләкләнде ( етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әбхәлимова З.С.).

Алтынға бысраҡ йоҡмаҫ, ти халыҡ. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙе күпме генә онотторорға тырышһалар ҙа, уның исеме халыҡ хәтеренән юйылмай.
Читайте нас: