Яңы Таймаҫ гимназияһында ауылдаш яҙыусыбыҙ, башҡорт әҙәбиәте классигы Рәшит Солтангәрәевтың хәтер кисәһе уҙғарылды. Әҙибебеҙ иҫән булһа, уға 83 йәш тулыр ине.
Был сарала Вилдан һәм Фидан Ғафаровтар, Әминә Исмәғилева, Ислам Йәрмөхәмәтов, Айгизә Ниғмәтуллина Рәшит ағайҙың «Майһыҙ икмәк», «Эшләп ашаһаң...» хикәйәләрен сәхнәләштерҙе. Балалар үҙҙәрен ысын артист итеп күрһәтә белде, был юҫыҡта башланғыс класс уҡытыусыһы Лилиә Байғужинаның роле бик ҙур булды.
Рәшит ағайҙың вафатынан һуң ҡәләмдәштәре Ирек Кинйәбулатов, Мостафа Солтанов, Фәнил Күзбәков тарафынан ижад ителгән шиғырҙарҙы Инсаф Абдуллин, Гөлназ Ҡотломбәтова, Илина Хәмитова сәнғәтле итеп һөйләп тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Гимназиябыҙ китапханасыһы Зөһрә Усманова уҡыусыларға ҡыҙыҡлы викторина һорауҙары әҙерләп уйнатты. Ирек Кинйәбулатов һүҙҙәре, Йәүҙәт Усманов музыкаһына һалынған «Рәшит ағай Солтангәрәй» гимназиябыҙ гимнын Әҙилә Усманова, Лилиә Мәһәҙиева, Рәлиә Юлдыбаева, Яҙгөл Әҙеһәмова, Гөлсиә Әхмәтова, Регина Байғотлина, Гөлфинә Ҡотломбәтова, Азалия Рыҫҡолованың моңло тауыштары тамашасыларҙы һоҡландырырлыҡ итеп башҡарҙы. Сарабыҙҙы тамамлап, теүәлләп гимназиябыҙҙың Тыуған яҡты өйрәнеү музейындағы Р. Солтангәрәев бүлмәһенә сәйәхәт ҡылынды. Бында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Хәмитова балаларҙы Рәшит ағайҙың тормошо, ғаиләһе, ижады тураһындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Экскурсия тамамланғандан һуң да балалар музейҙан сығырға ашыҡманы - һорау артынан һорау яуҙырҙылар.