Все новости
Мәғариф
25 Декабря 2018, 10:28

ЕЛЛЕ ЯЛ ИТТЕК

Тиҙҙән Яңы йыл. Байрам алдынан күңелдәрҙә ниндәйҙер илаһи хистәр барлыҡҡа килә. Ошондай күтәренке кәйефтәрҙе һаҡлау маҡсатында, беҙ, ата-әсәләр менән берлектә, 6-сы класс уҡыусыларына күңелле ял бүләк итергә булдыҡ, был ялыбыҙҙы Ырымбур ҡалаһындағы аквапаркта ойошторҙоҡ.

Балалар менән рәхәтләнеп һыу ҡойоношоп, «ҡот осҡос» юғары бейеклектәрҙән түбәнгә артылып, һыу торбалары эсендә борма-борма юлдар үтеп, бар уй-кисерештәребеҙҙе яңғырауыҡлы ауаздарға һалып, бик елле ял иттек. Был көнөбөҙ ғәйәт сағыу булды, ләззәтле тәьҫораттар хисендә йөҙҙөк. Уҡыусыларҙың ҡыуаныстары, шатлыҡтары ташып торҙо, күҙҙәрендә шаян осҡондар уйнаны. Беҙгә ялды ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән гимназия етәкселегенә, ата-әсәләргә рәхмәтемде белдерәм. Сәйәхәттә юлдаш, ярҙамсы булған коллегама, Лилиә Хәсән ҡыҙы Байғужинаға ла, рәхмәтлемен.
Читайте нас: