Все новости
Мәғариф
25 Декабря 2018, 10:48

ЙӘНТӨЙӘГЕБЕҘҘЕ ӨЙРӘНӘБЕҘ

Үткән шаршамбы көндө баш ҡалабыҙ Өфөлә “Минең бәләкәй ватаным: тәбиғәт, мәҙәниәт, этнос” Бөтә Рәсәй конкурсының “Башҡортостан – минең төйәгем” тип исемләнгән төбәк-ара конференцияһы үтте.

Үткән шаршамбы көндө баш ҡалабыҙ Өфөлә “Минең бәләкәй ватаным: тәбиғәт, мәҙәниәт, этнос” Бөтә Рәсәй конкурсының “Башҡортостан – минең төйәгем” тип исемләнгән төбәк-ара конференцияһы үтте.


Фәнни-эҙләнеү эштәре буйынса уҙғарылған республика конкурсы Башҡорт дәүләт аграр университетында ойошторолдо. Унда республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан ебәрелгән 200-ләгән эш араһынан ни бары 60 уҡыусы ғына артабанғы этапҡа үткәйне. Улар араһында ҡалабыҙҙың 3-сө БРГИ уҡыусыһы Розалина Ибраһимованың эше лә булыуы ҡыуандырҙы.

Дүрт секциянан торған бәйгелә Розалина, уҡытыусы-етәксеһе Илдар Таипов менән әҙерләнеп, “Көйөргәҙе районы буйынса экология маршруттары проекты” темаһына лайыҡлы сығыш яһап, үҙ категорияһында 3-сө урынды яуланы.

- Илдар Хөрмәт улы менән гимназиябыҙ уҡыусылары йыл да районыбыҙҙың төрлө иҫтәлекле һәм тарихи урындарына сәйәхәт ҡыла. Уларҙы Кинйә Арыҫланов музейына, Шәбағыш ауылындағы А. Пушкин музейына ла, Ермолаевоның ял итеү паркына, Аҡһары һыуһаҡлағысына, Яҡут тоҙло күленә, Санйындағы аҡбалсыҡҡа, Ҡалта ауылындағы Б. Бикбай шишмәһенә һәм башҡа бик күп ерҙәргә алып бара, күренекле урындарҙың тарихтарын һөйләй.

Ошо тема буйынса эҙләнеү эше яҙып ҡалабыҙҙа 1-се урын алдым, һәм Өфөгә лә барҙыҡ, - ти Розалина Ибраһимова, ҡыуанып.
Читайте нас: