Все новости
Мәғариф
28 Декабря 2018, 10:30

ЮБИЛЕЙҒА ҘУР БҮЛӘКТӘР

Күмертауҙың 3-сө Башҡортостан Республика гимназия-интернаты 2019 йылда 60 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ошо тантанаға уҡыусылар, уҡытыусылар бүләк әҙерләй. Уларҙың бүләге - төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу һәм призлы урындар яулау, гимназиябыҙҙың данын арттырыу.

Күмертауҙың 3-сө Башҡортостан Республика гимназия-интернаты 2019 йылда 60 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ошо тантанаға уҡыусылар, уҡытыусылар бүләк әҙерләй. Уларҙың бүләге - төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу һәм призлы урындар яулау, гимназиябыҙҙың данын арттырыу.


Беҙҙең өсөн декабрь айы бигерәк тә уңышлы булды. 11 декабрҙә Өфөлә үткән Башҡорт теле көнөнә арналған Республика слетында шиғыр һөйләү конкурсында II урын яулаған 10-сы класс уҡыусыһы Гөлназ Үтәгәнова (етәксеһе: Гөлсинә Фәйзулла ҡыҙы Йосопова ), тәржемә буйынса III дәрәжәле дипломға лайыҡ булған Наҙгөл Хәлитова (9 кл., етәсеһе: Әлфиә Ғәйзулла ҡыҙы Рәжәпова) барып ҡайтҡайнылар, 14 декабрҙә Ишембайҙағы Зәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты үткәргән «Зәки Вәлиди уҡыуҙары»нда ла Гөлсинә Фәйзулла ҡыҙы Йосопова етәкселегендә бер төркөм уҡыусыларыбыҙ бик уңышлы сығыш яһап ҡайтты: (Розалина Сөләймәнова, 10-сы кл., «З. Вәлидиҙең көрәштәштәре» III урын, Наҙгөл Рәхимова «Урал батыр» эпосы буйынса III урын, 10-сы кл., Гүзәл Әмәкәсова «Фотоларҙа тыуған яҡ тарихы» II урын, 10-сы кл., Гөлназ Үтәгәнова «З. Вәлиди хеҙмәттәре» II урын, 10-сы кл.).

Был Республика фәнни-ғәмәли конференцияһынан егеттәребеҙ ҙә ситтә ҡалманы. Рамаҙан Йосопов (9-сы класс), Фәрхүд Уразбахтин (9-сы кл.), Рәсил Әхтәмов (7-се кл.) интеллектуаль уйында ҡатнашып, II урын алып ҡайттылар. Һәм бына тағы ла бер бүләк: Стәрлетамаҡта уҙғарылған Республика «Йәш хәбәрсе» конкурсында 10-сы класс уҡыусыһы Розалина Сөләймәнова II урынды яуланы (етәксеһе: Земфира Ирек ҡыҙы Усманова). Розалина ҡалабыҙ тураһында бик матур, йөкмәткеле эссе яҙған. Уҡыу йылы аҙағына тиклем гимназистарыбыҙ беҙҙе тағы ла уңыштары менән һөйөндөрөр тигән теләктә ҡалабыҙ.
Читайте нас: