Все новости
Мәғариф
5 Января 2019, 11:21

БАЙРАМ ИТӘБЕҘ

Күмертауҙағы Юрий Гагарин исемендәге 2-се мәктәп-интернат, хәҙерге 3-сө Республика башҡорт гимназия-интернаты 1959 йылдың октябрендә асыла. Быйыл инновацион уҡыу йорто 60 йыллығын билдәләргә йыйына.

Күмертауҙағы Юрий Гагарин исемендәге 2-се мәктәп-интернат, хәҙерге 3-сө Республика башҡорт гимназия-интернаты 1959 йылдың октябрендә асыла. Быйыл инновацион уҡыу йорто 60 йыллығын билдәләргә йыйына.


Был уҡыу йортонда төрлө йылдарҙа йырсылар Юрий Шатунов, Вернер Семенов уҡыған. Филология фәндәре кандидаты Сәриә Тикеева, үҙешмәкәр композитор, һәүәҫкәр артист, Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты Фәнил Яманаев, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Мәләүез районында башҡорт телендә донъя күреүсе урындағы милли матбуғат баҫмаһы «Көнгәк» гәзитенең тәүге баш мөхәррире Сәйфулла Әмиров, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, «Юшатыр» гәзитенең яуаплы сәркәтибе Тәлғәт Шаһманов, милиция подполковнигы, элекке БР Эске Эштәр министрлығының Күмертау ҡалаһы буйынсе бүлеге начальнигы Рәсил Ҡотломбәтов та шунда белем алған. Уҡыу йорто интернат-мәктәп статусында сағында уны тамамлаған бик күп ошондай шәхестәребеҙ бар. Әлеге көндә уларҙы эҙләп табыу, бәйләнештәр булдырыу һәм улар хаҡында материалдар туплау эштәре алып барыла.

1992 йылдан алып уҡыу йорто гимназия статусына эйә була. Был инновацион уҡыу йортон тамамлағандар бөгөн Рәсәйҙең, Башҡортостан Республикаһыны төрлө урындарында илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итәләр. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Президенты аппаратында хеҙмәт итеүсе Урал Килсенбаев, Өфө мэрияһында пресс-секретарь булып эшләүсе Марсель Байдәүләтов, БДУ-ның информатиканы системалы техник тәьмин итеү һәм һаҡлау бүлегендә әйҙәүсе белгес булып эшләгән Айҙар Йәмилев, «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, журналистары Флүзә Түләкова, Гөлмирә Исмәғилева, Өфө ҡалаһы Совет районы Хакимиәтенең йәштәр менән эшләү буйынса төп белгесе Ильнара Юлаева, ошонда уҡ административ комиссияның төп белгесе, яуаплы секретары Айнур Фәйзуллин, информация-аналитика бүлегендә эшләгән Рәйлә Сабитованың исем-аттары йәмәғәтселеккә яҡшы билдәле. Улар хаҡында ла мәғлүмәттәрҙе йыйып барабыҙ. Элекке гимназистарыбыҙҙың эше, тормошо менән яҡындан ҡыҙыҡһынып торабыҙ. Киләсәктә уҡыуйорто тураһында китап сығарырға тигән ниәтебеҙ ҙә бар. Кемдәр уны тамамлаған, шулар үҙегеҙ хаҡында мәғлүмәттәрҙе беҙгә, уҡыу йортоноң тыуған яҡты өйрәнеү музейына, уның етәксеһе Илдар Хөрмәт улы Таиповҡа һәм был юлдарҙың авторына тапшыра алаһығыҙ.
Читайте нас: