Все новости
Мәғариф
18 Января 2019, 10:30

ХӘҘЕР ЯҠШЫ АҢЛАЙҘАР

Күптән түгел, янғын хәүефһеҙлеге айлығына арналып, ҡалабыҙҙың 30-сы һанлы “Торнаҡай” балалар баҡсаһының “Непоседы” төркөмөндә сара үтте.

Күптән түгел, янғын хәүефһеҙлеге айлығына арналып, ҡалабыҙҙың 30-сы һанлы “Торнаҡай” балалар баҡсаһының “Непоседы” төркөмөндә сара үтте. Унда 1-се категориялы тәрбиәселәр Алһыу Шәйәхмәтова менән Рәмилә Маркабаева “Йылылыҡ һәм яҡтылыҡ бирһә лә, уның менән шаярырға ярамай, юҡ!” тип исемләнгән викторинала кескәйҙәрҙең өйҙә, урамда, урманда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында белемдәрен нығытты. Артабан малайҙар һәм ҡыҙҙар янғын һүндереүселәр ролендә лә булды, уйнау менән бергә был һөнәргә ҡарата ихтирамдары ла артты. Янғын хәүефһеҙлеге – мөһим мәсьәлә икәнлеген “Торнаҡай” балалары хәҙер яҡшы аңлай.


Читайте нас: