Все новости
Мәғариф
25 Января 2019, 14:24

МОРАПТАЛДАР ИҢ АЛДА

Үткән шаршамбы көндө Ермолаевоның 2-се һанлы мәктәбе бинаһында “Йыл уҡытыусыһы - 2019” конкурсының финалы үтте. Бәйгелә районыбыҙ мәктәптәренән 12 уҡытыусы көс һынашып, һигеҙе финалға үткәйне. Улар “Методик кәңәшмә” тип аталған конкурста ун минут эсендә яңы формалы һәм методлы эш буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

Үткән шаршамбы көндө Ермолаевоның 2-се һанлы мәктәбе бинаһында “Йыл уҡытыусыһы - 2019” конкурсының финалы үтте.

Бәйгелә районыбыҙ мәктәптәренән 12 уҡытыусы көс һынашып, һигеҙе финалға үткәйне. Улар “Методик кәңәшмә” тип аталған конкурста ун минут эсендә яңы формалы һәм методлы эш буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты.

- “Йыл уҡытыусыһы” кеүек һөнәри конкурстарҙың уҡытыусы өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бындай конкурста мин өсөнсө тапҡыр ҡатнаштым һәм гран-приға лайыҡ булыуыма бик шатмын. Был минең генә еңеү түгел, ә барлыҡ мәктәбебеҙҙең уртаҡ еңеүе. Минең эшемде юғары баһалағандары өсөн жюри ағзаларына, бәйгегә әҙерлек эштәрендә ярҙам итеүсе, мине ҡеүәтләп тороусы коллективыма, уҡыусыларыма, бәйгелә бергә көс һынашҡан коллегаларыма ла ҙур рәхмәтлемен. Минең өсөн был ярыш коллегаларым менән тәжрибә уртаҡлашыу, үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемә һығымта яһау, алдағы эшмәкәлегемдә ҡулланыу өсөн файҙалы мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бирҙе, - ти “Йыл уҡытыусыһы – 2019” исемен яулаусы Венера Сәлим ҡыҙы Кинжалеева.
Читайте нас: