Радий Фәрит улы фекеренсә, бер көн генә ял уҡыусыларға етмәй. Алты көн буйына уҡып, белем эстәп, балалар бигерәк ныҡ арып китә. «Ай һайын берәр шәмбе көнөндә уҡыусылар өсөн спорт ярыштары йәки башҡа төрлө саралар үткәрергә мөмкин», - ти ул. Интернет селтәрендә халыҡтың был тәҡдимгә ризамы, риза түгелме икәне хаҡында һорау алыу ҙа ойошторолдо һәм унда ҡатнашыусыларҙың күпселеге (95% тирәһе) биш көнлөк уҡыу яҡлы булып сыҡты.
БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин: «Радий Фәрит улы биш көнлөк уҡыу форматы тураһында әйткәс тә, был мәсьәлә өҫтөндә эш башлап та ебәрҙек. 1 апрелдән, йәғни 4-се сирек башынан ҡайһы бер мәғариф ойошмалары биш көнлөк эш режимына күсәсәк. Ҡалған мәктәптәр был эште 1 сентябрҙән башлаясаҡ. Бындай режимға күсһәк тә, дәрес предметтары һаны ҡыҫҡармаясаҡ», - тине. Шулай итеп мәғариф министрлығы ла тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булды.
Күмертау халҡы был яңылыҡты ҡыуанып ҡабул итте. Радий Хәбиров 5 көнлөк уҡыуға күсеү тураһында һөйләгәндең икенсе көнөндә үк ҡала уҡыусылары был теманы хуплауҙарын белдереп, флешмоб үткәрҙе. Ҡала мәктәптәренә килгәндә, бында башланғыс кластарҙың барыһы ла тиерлек күптән инде 5 көнлөк уҡыу режимына күсеп бөткән. Ҡалғандары ла 1 апрелдән күсергә әҙерләнә. Ә урта һәм юғары кластар яңыса уҡыуҙы 2019 йылдың 1 сентябренән генә башлаясаҡ.
Район мәктәптәренең дә башланғыс кластары йомаға тиклем уҡыу системаһына күптән күскән. Шулай итеп, райондың 719 уҡыусыһы 2 көн ял итеү бәхетен күптән инде татый. Уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә бының өсөн шат ҡына.
Ҡала мәктәптәренә был «пятидневка»ға күсеү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Шәмбе көнө дәрестәрен 5 көнгә бүлеп һалаһың да ҡуяһың. Ә бына район мәктәптәрендә был юҫыҡта проблема килеп тыуасаҡ. Сөнки әлеге лә баяғы оптимизация, сәғәттәр етмәү сәбәптәре арҡаһында бер ауыл уҡытыусыһына бер нисә предметты уҡытырға тура килә. Шуға күрә бында расписание төҙөүе бик ҡыйынға төшәсәк. Мәҫәлән, Шәбағыш мәктәбен генә алһаҡ, бер мөғәллим физика, химия, ИЗО, математика уҡыта. Яңыса уҡыуға күсһәләр, ул бар сәғәттәрен бер юлы биреп өлгөрә алмаясаҡ. Өҫтәмә уҡытыусы алып булмай, мәктәптә балалар һаны әҙ, закон буйынса уҡытыусыларға эш хаҡы уҡыусыларҙың һанына ҡарап түләнә (был турала үткән һандарҙа яҙғайныҡ). Был мәсьәлә нисек хәл ителер, әлегә билдәһеҙ. Район мәғариф бүлеге мәғариф министрлығы менән берлектә был проблеманы ла йырып сығыр, тип ышанайыҡ. Мәғариф министры, дәрестәр һаны ҡыҫҡармаясаҡ, тине. Шулай булғас, башҡорт теле дәрестәре ҡыҫҡартыуға эләкмәҫ, тип өмөтләнәйек.