Все новости
Мәғариф
22 Февраля 2019, 13:29

Павловка герселәре

Павловка мәктәбе иң беренсе сиратта гер спортсылары менән данлыҡлы.

Павловка мәктәбе иң беренсе сиратта гер спортсылары менән данлыҡлы. Районда ғына түгел, тирә-яҡ райондарҙа ла был спорт төрө Павловкалағы һымаҡ ныҡлы үҫешмәгәндер, моғайын. Бында тағы ла шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: гер спорты менән шөғөлләнеүселәрҙән уҡыусы ҡыҙҙар күп. Улар араһынан иң бәләкәй ҡыҙға - Анна Николаеваға 9 йәш. Ул герҙе хас донъя аренаһында күптән ярышҡан спортсы һымаҡ күтәрә.

Был уҡыу йорто уҡыусылары гер спорты буйынса зона, республика, Рәсәй ярыштарында гел алдынғы урындарҙы яулай. Яңыраҡ Андрей Егоров менән Никита Горбачевтың Киров ҡалаһына барып бронза миҙал алып ҡайтыуы шул хаҡта асыҡ һөйләй.
Читайте нас: