Все новости
Мәғариф
19 Марта 2019, 12:48

«Балаларыбыҙ китап уҡый»

Үткән аҙнала Республика политехник лицей-интернатында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының «Федераль дәүләт белем биреү стандартттары талаптарын тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың көнүҙәк мәсъәләләре» темаһына республика семинары үтте.

Үткән аҙнала Республика политехник лицей-интернатында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының «Федераль дәүләт белем биреү стандартттары талаптарын тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың көнүҙәк мәсъәләләре» темаһына республика семинары үтте. Семинарҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү доценты, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Шәрәфетдинова, Мәләүез районы Нөгөш ауылы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Яманһарина, шулай уҡ Күмертау ҡалаһы мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашты. Ҡалабыҙҙа, республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә танылыу тапҡан Республика политехник-лицей интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы Зилә Салауат ҡыҙы Әбхәлимова, оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәп эшләгән коллегаларының ғилми-методик тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙы изге ниәт итеп ҡуйған. Семинарҙа ҡатнашыусылар Зөлфиә Шәрәфетдинованың урыҫ телле аудиторияла тәржемә эшен лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу алымдары тураһындағы сығышын яңы үҙенсәлекле алым тип билдәләне. Шулай уҡ Нөгөш урта мәктәбенән Миләүшә Яманһаринаның, Күмертау ҡалаһының 9-сы урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Менәүәрә Рауил ҡыҙы Мырҙағолованың башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланған алымдары тураһында сығыштары ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле булды. Төшкө аштан һуң семинарҙың географияһы тағы ла киңәйә төштө. Лицейҙың заманса техник саралар менән йыһазландырылған кабинетында Ҡаҙағстан Республикаһы Алма-Ата ҡалаһының Алтынһарина исемендәге 159-сы һанлы гимназияһы, Татарстан Республикаһы Яр Саллы ҡалаһының Пушкин исемендәге 58-се һанлы лицейы, Волгоград өлкәһенең Урюпинск ҡалаһы лицейы һәм Белорет ҡалаһы Башҡорт лицей-интернаты ҡатнашлығында «Беҙ Мостайҙы уҡыйбыҙ» исемле китап уҡыусыларҙың видеоконференцияһы башланып китте. Уҡыусылар башҡа төбәктәрҙәге Мостай Кәрим ижадын ҡәҙерләп өйрәнеүсе уҡытыусылар, уҡыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыштарын тыңланы, Алма-Ата ҡалаһындағы Мостай Кәрим исемен йөрөткән урамды күрҙек, ҡаҙаҡ теленең башҡорт теленә шул тиклем яҡын икәнлеген астыҡ. Үҙ сиратында лицейсылар видеоҡунаҡтарға Мостай Кәримдең «Өс таған» повесының йөкмәткеһен һөйләне, хатта сәхнәләштереп күрһәтте, Республика политехник лицей-интернаты директоры Римма Ғөбәйҙуллинаның ғорурлыҡ менән: «Беҙҙең балалар китап уҡый ул», – тип әйтеүе, ысынлап та, дөрөҫ, уҡыусылар Мостай Кәрим әҫәрҙәрен бөтә нескәлектәрендә асып бирә алды.
Читайте нас: