Все новости
Мәғариф
19 Марта 2019, 12:26

Ныҡлы бәйләнеш булдырылды

15 мартта Күмертауҙың 1-се категориялы 8-се һанлы «Айгөл» балалар баҡсаһы–бала үҫтереү үҙәгендә ҡыуаныслы, матур һәм мәртәбәле сара булып уҙҙы.

15 мартта Күмертауҙың 1-се категориялы 8-се һанлы «Айгөл» балалар баҡсаһы–бала үҫтереү үҙәгендә ҡыуаныслы, матур һәм мәртәбәле сара булып уҙҙы. Унда Рәсәйҙең почетлы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, «Южурал-Ойл» яуаплылығы сикләнгән ойошмаһының генераль директоры Зиннур Закир улы Исхаҡов һәм балалар баҡсаһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Әлфиә Фәрих ҡыҙы Шәрипова тарафынан хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм дуҫлыҡ ептәрен үҫтереү тураһында ике яҡлы килешеү төҙөлдө.

Сараның мәртәбәһен Өфө ҡунағы, филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты, РФ һәм БР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы Фәнзил Бүләк улы Санъяров рухлы һәм ялҡынлы телмәре менән тағы ла күтәреп ебәрҙе. Ҡалабыҙҙың Республика политехник лицей-интернаты директоры, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Римма Айрат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина байрамда ҡотлау һүҙҙәре менән бер рәттән алда торған киҫкен мәсьәләләрҙе күтәрҙе, баҡса балаларын киләсәктә лицейҙа күреүенә шат буласағын әйтте. Шефлыҡҡа алынған баҡса балалары байрамды (ә был ысын мәғәнәһендә ике яҡ өсөн дә байрам булды) күңелле һәм дәртле номерҙар менән биҙәне.
Читайте нас: