Все новости
Мәғариф
26 Марта 2019, 12:30

Көсөн һынаны

18 марттан 22 мартҡа тиклем баш ҡалабыҙ - Өфөлә "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте төбәк-ара йыл уҡытыусыһы-2019" конкурсында Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлзиә Фәтих ҡыҙы Мөлөкова ла көсөн һынаны.

18 марттан 22 мартҡа тиклем баш ҡалабыҙ - Өфөлә "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте төбәк-ара йыл уҡытыусыһы-2019" конкурсында Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлзиә Фәтих ҡыҙы Мөлөкова ла көсөн һынаны. Бәйгелә уҡытыусылар заман талаптарына тап килгән асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ кластары, белем биреү проекттары күрһәтте. Бында һөнәренә тоғро ҡалған, балаларҙы башҡорт рухында тәрбиәләгән, башҡорт традицияларына таянып, заман менән бергә атлаған уҡытыусылар йыйылғайны.

Ярыш-ярыш менән, ә бына тел уҡытыусылары менән күрешеп, аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу - икенсе.

Гөлзиә Фәтих ҡыҙына ярҙамға көслө команда йыйылды, улар Ермолаевоның 2-се һанлы мәктәбенән Лилиә Нуриман ҡыҙы Баянова, Яңы Мораптал мәктәбенән Ғәлимә Наил ҡыҙы Сынбулатова, Яҡшымбәт мәктәбенән Рузалия Әхмәҙи ҡыҙы Айҙарова, Бахмут мәктәбенән Айһылыу Насип ҡыҙы Таймасова.

Мәртәбәле конкурсты ойоштороусыларға “биш”ле билдәһе ҡуйырлыҡ, тиһәм, бер ҙә яңылышмам.
Читайте нас: