Все новости
Мәғариф
5 Апреля 2019, 13:14

Шәп малайҙар

М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәбенең уҡыусылары, бер туған Рәсүл менән Арсен Мозафаровтар Мәләүез ҡалаhында үткәрелгән бөтә Рәсәй буйынса эҙләнеү эштәре конкурсының төбәк-ара турында ҡатнашып, I дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәбенең уҡыусылары, бер туған Рәсүл менән Арсен Мозафаровтар Мәләүез ҡалаhында үткәрелгән бөтә Рәсәй буйынса эҙләнеү эштәре конкурсының төбәк-ара турында ҡатнашып, I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Улар май айында Сочи ҡалаhында үткәреләсәк конкурсҡа барып ҡатнашыу хоҡуғына ла эйә хәҙер. Уларҙың етәкселәре — Гөлназ Әмирғәлина hәм Гөлнара Дәүләтова. Малайҙарға эҙләнеү эшен башҡарып сығыуға ата-әсәләре Сирень Надир ҡыҙы менән Илшат Азат улы ла ҙур көс hалған.

Малайҙар мәктәптә лә тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшә. Ҡала һәм республика, хатта Рәсәй күләмендә үткән төрлө сараларҙа, олимпиадаларҙа бик әүҙем ҡатнашалар һәм призлы урындар яулайҙар.

Мәктәптәренең ғорурлыҡтары булған Рәсүл менән Арсенға артабан да уңыштар теләйек.
Читайте нас: