Юшатыр
+1 °С
Болотло
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф
9 Апрель 2019, 14:05
Мәскәүҙе яуланы
1-5 апрелдә Мәскәүҙә уҡыусыларҙың тыуған яҡты өйрәнеү, тикшеренеү эштәре буйынса «Ватан» Бөтә Рәсәй конкурсының финал этабы үтте.
1-5 апрелдә Мәскәүҙә уҡыусыларҙың тыуған яҡты өйрәнеү, тикшеренеү эштәре буйынса «Ватан» Бөтә Рәсәй конкурсының финал этабы үтте.
Мәртәбәле конкурста Республика политехник лицей-интернаты уҡыусыһы Евгения Савина үҙенең ҡартатаһының һуғышта яҙған көндәлеге буйынса тикшеренеү эше менән ҡатнашып, дипломант исемен яуланы. Ул финалистар өсөн үткәрелгән башҡа өҫтәлмә конкурстарҙа ла әүҙемлек күрһәтеп, лауреат булды.
Конкурста ҡатнашыусылар өсөн Мәскәү буйлап ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторолдо. Йомғаҡлау программаһы РФ Йәмәғәт палатаһында үтте. Бында еңеүселәргә диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙылар.
Читайте нас:
Теперь мы в Telegram
Подписывайтесь на наш канал https://t.me/yhatir
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять