Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Апрель 2019, 13:20

Өмөт ҡабыҙҙы

10-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте. Республиканың 100 йыллығына бағышланған сара “Торатау” конгресс-холында уҙғарылды. Унда БР һәм РФ субъекттарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, туған (башҡорт) телдә уҡытылған дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары, муниципаль ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралығы белгестәре һәм методистары, юғары уҡыу йорто вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

10-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте. Республиканың 100 йыллығына бағышланған сара “Торатау” конгресс-холында уҙғарылды. Унда БР һәм РФ субъекттарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, туған (башҡорт) телдә уҡытылған дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары, муниципаль ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралығы белгестәре һәм методистары, юғары уҡыу йорто вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Оло сарала ҡатнашыусылар Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү; Башҡортостанда Туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһына тәҡдимдәр индереү буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезын Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров асып, ҡатнашыусыларҙы башҡортса тәбрикләүе барыһының да тиерлек күңелдәрендә ышаныс уятты.

- Һеҙ беләһегеҙҙер, миңә биш йәш тулғанға тиклем, Ишембай районының Һайран ауылында торҙоҡ. Биш йәштә атайым, әсәйем ҡалаға күсте, шунда мин дә инде күстем. Артабан мәктәпкә төштөм һәм мәктәптә тик русса ғына һөйләштек. Шуға яйлап-яйлап башҡорт телемде юғалта башланым. Хәҙер, һеҙ беләһегеҙ, миңә илле биш йәш. Мәскәүҙә 10 йыл йәшәнем, унда ла тик русса ғына һөйләштек. Мин нимә әйтергә уйлайым. Минең һымаҡтар, минең кеүектәр, меңдәр. Беҙ тыуған илгә ҡайттыҡ, туған телгә ҡайттыҡ, әммә беҙҙең башҡортсабыҙ ул тиклем саф түгел. Бөгөн һеҙҙең менән бергә бер нисә һорауға яуап табырға кәрәк. Балаларыбыҙҙы нисек башҡорт теленә өйрәтеү, уны уҡытыу буйынса ниндәй алымдар индереү һәм уҡытыуҙы нисек модалы, заманса итергә кәрәклеген хәл итергә тейешбеҙ. Шуны ла әйтергә уйлайым. Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ – бергә! Был ҙур эште бергә эшләргә кәрәк!», - тине республика етәксеһе.

Артабан һүҙҙе Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин алды. Ул үҙенең сығышында башҡорт телен уҡытыуҙың кимәлен күтәреү буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Беренсенән, 2024 йылға Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Күмертау, Ишембай, Туймазы ҡалаларында, Дүртөйлө, Дыуан, Белорет, Әбйәлил райондарында башҡорт, рус, инглиз һәм шулай уҡ көнсығыш телдәрен төплө өйрәнеү буйынса 12 лингвистик гимназия асырға тигән тәҡдим яңғыраны. Икенсенән, туған телдәрҙе өйрәнеүҙә дәртләндереү сараларын күреү, шул маҡсатта башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа, "Урал батыр" эпосы буйынса конкурста еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы башлығының махсус премияһын булдырыу; башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙа еңеүселәргә юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар биреү, бөтә Рәсәй олимпиадалар исемлегенә инеү мәсьәләһен хәл итеү зарурлығы әйтелде. Шулай уҡ башҡорт теле буйынса “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеүселәрҙе дәртләндереү премияһын арттырырға тәҡдим ителде. Туған телдәр уҡытыусыларын әҙерләү, уларҙың квалификацияһын күтәреү, фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеү мөһимлеге билдәләп үтелде.

Съезда ҡатнашыусылар төрлө дискуссия майҙансыҡтарында эштәрен дауам итте. Төрлө күргәҙмәләр эшләне, республиканың ғалимдары һәм педагогтары башҡорт телен уҡытыу һәм өйрәнеүҙә яңы интерактив технологиялар менән таныштырҙы. Был сарала Күмертауҙан һәм Көйөргәҙе районынан да башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, методистар, милли мәғариф етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты. Был сара тураһында уларҙың да тәьҫораттарын, фекерҙәрен белештек.

Николай ЧЕРЕПАНОВ, Күмертау ҡалаһы мәғариф идаралығы начальнигы:

- 2024 йылға тиклем беҙҙең ҡалала ла лингвистик гимназия асыласаҡ, тип әлегә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының беренсе съезында ғына әйтелде. Был турала беҙгә БР мәғариф министрлығынан хәбәр булмайынса бер ни ҙә әйтә алмайым. Бер-ике аҙнанан барыһы ла асыҡланыр, тип уйлайым.

Римма АРЫҪЛАНОВА, Күмертау ҡала мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы:

- Космонавтика көнөндә ҡанатландырып ҡайтарҙылар, осоп ҡайттыҡ. Бигерәк тә Радий Хәбировтың үҙ диалектында ябай ғына итеп, тырышып башҡортса һөйләүе, туған телебеҙгә, ниһайәт, тейешле иғтибар тыуыуы оҡшаны. Мәртәбәле сарала ҡалабыҙҙың 5-се һанлы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Байбулатова БР-ҙың мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. “Айгөл” балалар баҡсаһы мөдире Әлфиә Шәрипова "Этномәҙәни белем биреү мөхите: лингвистик шәхес формалаштырыуҙа күсәгилешлек" майҙансығында мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туған телде өйрәнеү системаһы буйынса сығыш яһаны. Съезда эшлекле тәҡдимдәр күп индерелде. Халыҡ өсөн туған телдәрҙе өйрәтеү буйынса бушлай курстар үткәреү тәҡдиме лә булды. Беҙҙә бындай башланғыстар уңышлы эшләй. Күмертау башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғолова тарафынан башҡорт телен өйрәнеү буйынса “Учу башкирский” проекты эшләүе барыһын да ҡыуандыра.

Әнисә ТҮЛӘГӘНОВА, М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәп директоры:

Икенсе йылда ла бындай форум үткәреү тураһында һүҙ барҙы, тимәк, форум күрһәткес өсөн генә үтмәгәндер. Башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен дәүләт йыйылыштарынан башлап, ҡала, ауыл советтары ултырыштарында таратыу кәрәклеге тураһында, төрлө гранттар, конкурстар үткәреү, башҡорт телен үҫтереү өсөн күп өлөш индергән етәкселәрҙең эшен баһалауҙа иҫәпкә алыу тураһында һүҙ барҙы. Ниндәй телдә уҡытырға, туған тел итеп ҡайһы телде һайларға - һуңғы йылдарҙа ата-әсәләр ҡарамағына ғына ҡалдырылғайны. Был законды, әлбиттә, урап үтеп булмай. Артабан да атай-әсәйҙәрҙең ғәменән күп торасаҡ. Мәктәпкәсә, балалар баҡсаһына тиклем тәү сиратта ғаиләлә атай-әсәйҙәр үҙҙәренән яуаплылыҡты алып ташлап, дәүләттән көтөп ултырыу дөрөҫмө? Юҡ, әлбиттә. Ошо турала һәр ваҡыт әйтә килдем. Беҙҙең балаларыбыҙ үҙебеҙгә кәрәк булырға тейеш. Ә инде ил кимәлендә халыҡ талап итһә генә, юғарыла ниндәйҙер аҙымдар башҡарылыуы ихтимал. Съезда телде өйрәтеү методологияһы хаталы, төбәктәрҙә программалар эшләмәүе, ҡыҙыҡһыныу булмағанлығынан сығып, тәҡдимдәр керетелде. Икенсе көнө майҙансыҡта Кушнир Алексей Михайловичтың (ғалим, яңы технологиялар авторы, “Народное образование” журналы мөхәррире) бер юлы ике телде өйрәтеү тураһында сығышы бик оҡшаны. Сарала яңғыраған тәҡдимдәр "БР милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы" һәм "РФ-ла туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы"на индерелер, тигән маҡсаттар менән таралыштыҡ. Беҙҙең мәктәпкә балалар баҡсаһы ла ҡушылғас, күберәк коллегаларым менән аралашырға тырыштым. Съездың емеше булып, бөтә Башҡортостан буйынса башҡорт балалар баҡсалары мөдирҙәренән бер төркөм төҙөнөк.

Ләйсән АҘНАБАЕВА, район мәғариф методика бүлеге мөдире:

- Уҡытыусылар күптән көткәйне был сараны. Унда мәғариф өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн мәғариф министрлығы уҡытыусыларға, туған тел белгестәренә Мәғариф отличнигы һәм Почет грамотаһы тапшырҙы. Беренсе тапҡыр уҙғарылған ошондай мәртәбәле сарала Конгресс холл сәхнәһенән министр урынбаҫары ҡулынан Почет грамотаһы алыу, минең өсөн ысын мәғәнәһендә иң ҙур бүләк булды. Унан һуң уҡытыусылар, белгестәр 5 йүнәлештә мәктәп, гимназияларға таралдылар. Бында беҙҙе заманса алымдар менән оҫталыҡ кластары, асыҡ дәрестәр көтә ине. Бар ерҙә лә башҡорт рухлы уҡытыусылар, уҡыусылар ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы. 12 апрель көндө беҙ тағы ла “Торатау” Конгресс холына йыйылдыҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың сәхнәгә сығып, делегаттарҙы башҡортса сәләмләүен, әйтерһең дә, бар Республика көткән.

Туған телде һаҡлап ҡалыуҙа тос өлөш индергәндәре өсөн, уҡытыусыларға һәм методистарға Дәүләт наградалары тапшырылғандан һуң, делегаттар телде өйрәнеүҙә килеп тыуған һорауҙар, мәғариф өлкәһендә тел сәйәсәте, туған телдә белем биреү процесын кадрҙар менән тәьмин итеү тигән темаларға арналған майҙансыҡтарға таралды.

Артабан модераторҙар майҙансыҡтарҙа ҡабул ителгән резолюцияларҙы делегаттар алдында яҡлап сыҡты. Башҡорт теле дәрестәренең һанын кәметмәү, олимпиадала төбәк-ара кимәлдә еңеүсе әҙерләүҙе уҡытыусыға 50 меңгә тиклем, төбәк-ара кимәлдә уҙғарылған "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында еңеүсегә 100 меңгә тиклем премия бирергә кәрәк тигән һорауҙар күтәрелде. Тағы ла методистарҙың эш хаҡын арттырыу, туған тел методистарын абруйлы, белемле уҡытыусылар араһынан ҡуйырға кәрәклеге, башҡорт телен өйрәнеүҙең даирәһен арттырыу тураһында ла һөйләшелде. Хоҡуҡи яҡтан яуап бирерлек булһа, әлбиттә, быларҙың барыһын да тормошҡа ашырасаҡбыз, тине Радий Фәрит улы.

Телебеҙҙе заманса, модалы итергә кәрәк, уның өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ, тине республика башлығы! Һеҙ яңғыҙ түгелһегеҙ, ҡурҡмағыҙ, беҙ бергә, тигән һүҙҙәрҙән һуң, залда ултырыусыларҙың күҙҙәренә йәштәр тулды, өмөт уянды халыҡта.

Юғары кимәлдә үткәрелгән сарала ҡаралған һорауҙар тормошҡа ашырылып, туған телебеҙҙе өйрәнеү юғары кимәлгә күтәрелер, тип уйлайбыҙ. Һүҙҙә генә ҡалмаҫ, тип өмөт итәбеҙ.
Читайте нас: