Все новости
Мәғариф
19 Апреля 2019, 15:08

Рухы йәшәй

Кисә Күмертауҙың М. Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башланғыс мәктәбендә Башҡортостан мәктәптәре уҡыусылары һәм уҡытыусылары өсөн «III Исҡужин уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.

Кисә Күмертауҙың М. Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башланғыс мәктәбендә Башҡортостан мәктәптәре уҡыусылары һәм уҡытыусылары өсөн «III Исҡужин уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.

Бына инде 3-сө тапҡыр уҙғарылған сарала Өфө ҡунаҡтары — М. Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры, филология фәндәре докторы Гөлнур Һарун ҡыҙы Бохарова, филология фәндәре кандидаты Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы Ғәлина, БР Мәғарифты үҫтереү институтынан филология фәндәре кандидаты Фәнзил Бүләк улы Санъяров, «Аҡбуҙат» журналының бүлек мөдире Миңлегөл Мәүлембирҙе ҡыҙы Тайсина һәм шулай уҡ Күмертау ҡалаһы мәғариф идаралығы директоры Николай Сергеевич Черепанов, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғолова, техник фәндәр кандидаты Венер Ришат улы Сабанчин, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтов, «Юшатыр» гәзитенең баш мөхәррире Малик Миңлебулат улы Ильясов, яҙыусылар Тимер Ниәтшин һәм Кинйәғәли Абдуллин, журналист Эльфрида Талипова ҡатнашты.

Мәктәп фойеһында уҡыусыларҙың ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторолған. Шулай уҡ Мәмбәтҡол ауылында йәшәүсе Миңлеяр Хәйбуллин да үҙенең шәхси музейында һаҡланған бик күп ҡыҙыҡлы экспонаттарын алып килгән ине.

Конференцияның тантаналы өлөшө 3-сө БРГИ ҡурайсыларының моңло көйҙәре һәм 13-сө мәктәптең бейеү коллективының дәртле бейеүҙәре менән асылып китте. Ҡаланың мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Рима Фәттәх ҡыҙы Арыҫланова: «Халыҡ мәғрифәтсеһе Мөхәмәт Исҡужин исемен йөрөткән мәктәптәге бөгөнгө сарала 8 райондан 7 ҡаланан килгән 100-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Күмертауҙа Мөхәмәт Ғәли улы асҡан башҡорт мәктәбе, балалар баҡсаһы әле лә гөрләп эшләй», - тине һәм һүҙҙе ҡунаҡтарға бирҙе.

Николай Черепанов конференцияла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, уңыштар теләгәс, бөтә ҡунаҡтарҙы ла сара һуңынан Күмертау буйлап сәйәхәткә саҡырҙы, ҡалала күптән түгел асылған Квантолабты күрһәтәм, тине. Фәнзил Санъяров сығышында: «Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ, сөнки һуңғы осорҙа башҡорт теленә ҡарата ҙур иғтибар бүленә башланы. Быларҙың барыһы ла БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ярҙамы менән эшләнелә. Әгәр хөкүмәт ярҙам итмәһә, күпме генә тырышһалар ҙа, йәмәғәт ойошмалары ғына бер нәмә лә эшләй алмай. Бына шуға, Хөкүмәт тарафынан яҡлау булғас, беҙҙең эштәр ҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Нисәмә йылдар буйы көтөп алған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы» ла гөрләп үтте», - тине. Гөлнур Бохарова ла Радий Фәрит улының башҡорт теле заманса модалы булырға тейеш, тип әйткән һүҙҙәрен хәтергә төшөрөп үтте һәм: «Тел уҡытыуҙа ошоноң менән проблемалар бөтһөн ине», - тине һәм уҡыусыларҙы БДПУ-ға уҡырға килергә саҡырҙы.

Күмертау башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғолова бер төркөм уҡытыусыларға һәм тәрбиәселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Артабан «Исҡужин уҡыуҙары»нда ҡатнашыусылар дәррәү генә төрлө секцияларға таралышты. Улар өсөн был көндө 10 секция эшләй ине. Уҡыусылар фәнни эштәрен яҡлаған арала, уларҙың уҡытыусылары түңәрәк өҫтәл артына йыйылышып, «Башҡорт телен һаҡлау проблемалары» темаһы буйынса әңгәмәләште, үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Улар шулай уҡ «I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы»нан алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән дә бүлеште.

«III Исҡужин уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сертификаттар, Рәхмәт хаттары тапшырылды. М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәбе директоры Әнисә Сәғит ҡыҙы Түләгәнова барлыҡ ҡатнашыусыларға, килгән ҡунаҡтарға, ойоштороусыларға оло рәхмәт белдерҙе, уңыштар теләне.

Шулай итеп, фәнни-ғәмәли сара шаулап-гөрләп үтеп китте. Күмертау ҡалаһы халҡы Мөхәмәт ағай Исҡужинды онотмай, уның рухы һәр саҡ беҙҙең менән бергә йәшәй.
Читайте нас: