Все новости
Мәғариф
13 Мая 2019, 12:29

Уңайлы. Файҙалы

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һәләтен үҫтереүҙә Ҡазан уҡытыусыһы Валерия Мещерякованың методикаһын өйрәнеүгә, ҡулланыуға иғтибар артҡандан-арта бара. Күптән түгел беҙ ҙә, Күмертау ҡалаһының Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәбе уҡытыусылары, ошо тәжрибәне өйрәнеү өсөн Татарстандың баш ҡалаһына барып ҡайттыҡ.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һәләтен үҫтереүҙә Ҡазан уҡытыусыһы Валерия Мещерякованың методикаһын өйрәнеүгә, ҡулланыуға иғтибар артҡандан-арта бара. Күптән түгел беҙ ҙә, Күмертау ҡалаһының Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәбе уҡытыусылары, ошо тәжрибәне өйрәнеү өсөн Татарстандың баш ҡалаһына барып ҡайттыҡ.

Яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә баланың һәләтен иртә йәштән үҫтереү үҙәктәрендә, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә инглиз телен В. Мещерякова методикаһы буйынса 15 йылдан артыҡ, ә Татарстанда 8 йыллап уҡыталар.

Валерия Мещерякова әйтеүенсә, бер ата-әсә лә үҙ балаһын туған телендә аралашыуҙан тыймай. Уның яҙырға, һүҙлек менән эшләргә өйрәнгәнен көтмәй. Көтөп тор, бына артикуляцион аппаратың үҫешһен дә, мин һинең менән һөйләшә башлармын, тимәй. Мещерякованың фекеренсә, сит телде өйрәткәндә бала менән тәржемәһеҙ һөйләшә башларға, уны мәжбүр итмәҫкә, ҡыҙҙырмаҫҡа, баш тарттырмаҫҡа кәрәк. Кеше мейеһе шулай ҡоролған: ул үҙенә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе генә һеңдерә һәм уны баһалай, быуындарға бүлә, төрлө өлөштәрҙән төҙөргә өйрәтә. Әгәр ҙә һеҙ баланың 8 йәше тулғансы быны эшләп өлгөрмәһәгеҙ, аҙаҡ ҡыйынға тура киләсәк.

8 йәшкә тиклем бала тел өйрәнмәй, ә теге йәки был телдә аралашырға өйрәнә. Балала тел яңғырашы үҙ телендә әйтелгән һүҙ аша түгел, ә күренештәр аша сағылыш табырға тейеш. Мәҫәлән, балаларға «өҫтәл» тип инглизсә әйтәһегеҙ, тик был һүҙҙе рус теленә тәржемә итмәйһегеҙ. Һеҙ горизонталь киңлектәге 4 аяҡлы предметты күрһәтәһегеҙ. Был бик мөһим. Бына шул саҡта баланың предметҡа бәйле һүҙе формалаша. Уға туған тел аша тәржемә итеү ҙә кәрәкмәй. Уның сит телгә ҡарашы формалаша. Ошо методиканы дәүләт телдәрен өйрәтеүҙә лә уңышлы файҙаланып була икән.

Валерия Мещерякова ни өсөн татар телен үҙ методикаһы менән өйрәнергә кәрәклеген түбәндәгесә аңлата.

Беренсе сәбәп - балалар Татарстанда йәшәй, төрлө сәбәптәргә бәйле уға татар теллеләр менән аралашырға тура килә. Татар телен белгән, аңлаған кешегә етәксе менән, уның ҡул аҫтында эшләгәндәр, эшендәге коллегалары менән аралашыуы еңелерәк

Икенсе сәбәп - мәҙәни йәһәттән. Татар милләте вәкилдәре менән арҡаға-арҡа терәп йәшәп тә, уларҙың мәҙәниәтен белмәйһең икән, был бер ниндәй ҙә ҡалыпҡа һыя торған эш түгел. Мәҙәниәтте тел аша ғына аңларға мөмкин, сөнки ул тел менән бәйле. Әгәр һин балаңдың дөйөм мәҙәни йәһәттән ныҡлы үҫеүен, уның республикаға исем биреүсе халыҡтың мәҙәниәтенә тартылыуын теләһәң, һис шикһеҙ уны 8 йәшкә тиклем үк татар телендә аралашырға өйрәтергә кәрәк. Ә унан һуң инде бала татар телен үҙе теләп өйрәнәсәк.

Өсөнсө сәбәп - лигвистик. Татар телен өйрәнеү төрки телдәр донъяһына инеүҙә ныҡ ярҙам итә. Әгәр татар телен беләһең икән, һиңә башҡорт, ҡаҙаҡ, азербайжан, төрөк телдәрен өйрәнеү ҙә еңел бирелә.

Дүртенсе сәбәп - икенсе телде белеү баланың уйлау һәләтен үҫтерергә булышлыҡ итә. Ул донъяны төрлө күҙлектән сығып күрергә өйрәнә.

Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙә уҡытыусыларыбыҙ Валерия Мещерякованың был тәжрибәһен ныҡлап өйрәнеп, үҙ эшендә файҙаланыр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: