Яҙҙың күкрəп сəскəгə төрөнгəн
ошо йəмле мəлендə Күмертау ҡа-
лаһының “Айгөл” балалар баҡ-
саһында ҡала кимəлендə матур йо-
лаға ҡоролған “Ҡарға бутҡаһы”
байрамы үтте. Уны балалар баҡсаһы
хеҙмəткəрҙəре ярҙамында телмəр
төркөмө тəрбиəселəре Миңзəлə
Заһит ҡыҙы Биғəнəкова һəм Рима
Əғҙəл ҡыҙы Батыршина ойо-
шторҙо. Күңелле сараға ҡалабыҙҙың
телмəр үҫтереү төркөмө методик
ойошмаһының тəрбиəселəре йый-
ылды. “Аҡ тирəк, күк тирəк”, “Йə-
шерəм яулыҡ”, “Ҡалаҡ” һəм башҡа
бик ҡыҙыҡлы милли уйындар менəн
үрелеп барған байрам йəмле булды.
Сарала кескəйҙəргə милли-рухи тəр-
биə биреү ҙə оло роль уйнаны. Утта
бешкəн тары бутҡаһы, борҡоп ҡай-
наған самауыр сəйе балаларға ғына
түгел, ҡунаҡтар күңеленə лə хуш кил-
де. Халҡыбыҙҙың милли йолалары
бөтөнлəйгə онотолоп ҡалмайынса,
уларҙың заман һулышы менəн һуға-
рылып əле лə үткəрелə килеүе күңел
түрендə баҙлаған күмер һүнмəүенə