Все новости
Мәғариф
21 Мая 2019, 12:39

Министрлыҡҡа барып етерме?

Үткән йома көндө Яңы Таймаҫ ауылындағы Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназияла ҙур сара булды. Улар халҡыбыҙҙың оло шәхесенә арнап йолаға әүерелгән сираттағы "Солтангәрәев уҡыуҙары" ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәрҙе.

Үткән йома көндө Яңы Таймаҫ ауылындағы Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназияла ҙур сара булды. Улар халҡыбыҙҙың оло шәхесенә арнап йолаға әүерелгән сираттағы "Солтангәрәев уҡыуҙары" ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәрҙе.

Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан килгән 105-тән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан сарала БДПУ доценты Мәрхәбә Дәүләтшина, балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, яҡташ шағирәбеҙ һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдина, күренекле яҙыусы Ринат Камал, башҡорт тел ғалимы Вәкил Хажин, педагогия фәндәре докторы Рәйсә Дәүләтбаева “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы баш мөхәррире Салауат Кәримов, “Юшатыр” гәзите мөхәррире Малик Ильясов, район хакимиәте башлығының кадрҙар эше һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Шамил Зиятдинов, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов һәм башҡа бик күп ҡунаҡтар килгәйне. Ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү менән тышта ҡаршы алғандан һуң, улар тарафынан Рәшит Солтангәрәев һәйкәленә сәскә һалыу башҡарылды.

Республика фәнни-ғәмәли конференцияһын Шамил Зиятдинов асты. Ул ҡунаҡтарҙы үҙебеҙҙең ҡунаҡсыл районда күреүгә шат булыуын әйтте һәм барлыҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Аҙаҡ республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан килгән ҡунаҡтарға уҡыу йорто буйлап гимназия директоры Гүзәл Усманова сәйәхәт ойошторҙо. Үҙҙәренең ҙур тәжрибә туплаған колективы, алдынғы уҡыусылары тураһында ғорурланып һөйләне. Мәктәп коридоры буйлап ойошторолған күргәҙмәләр ҙә күҙҙең яуын алды. Унда хеҙмәт дәрестәрендә эшләнгән төрлө ҡул эштәре барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Бигерәк тә уҡыу йортонда урынлашҡан тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Рәшит Солтангәрәевтың ижади кабинеты менән танышыу барыһына ла оҡшаны.

Уҡыусылар төрлө секцияларға бүленеп көс һынашты. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бәйле шиғыр һөйөүселәр бәйгеһенә лә ҡыҙҙар һәм егеттәр ныҡлы әҙерләнгән.

Балалар секцияларҙа көс һынашҡан арала мәртәбәле ҡунаҡтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бергә йыйылып “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге” тигән тема буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Районда мәғариф хәле буйынса, туған телдәр уҡытылыуы хаҡында мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова һөйләне. Аҙаҡ Таймаҫ гимназияһындағы уҡытыу эше менән директорҙары Гүзәл Усманова таныштырҙы.

Килгән ҡунаҡтар башҡорт телен уҡытыу методикаһына туҡтанылар. Ниңә башҡорт телен рус телен уҡытыу методикаһына эйәреп уҡытабыҙ? Ун йыл буйы бала телде өйрәнә, ә башҡортса матур итеп һөйләшергә лә өйрәнә алмай мәктәптән сығып китә. Башҡорт телен уҡыйым тигән башҡорт балаһынан ниңә ғариза яҙҙыралар, үҙҙәре уҡытыусы булып та, балалары телде белмәгән уҡытыусылар менән нимә эшләргә - һөйләнгән һүҙҙәр күп булды.

- Рус телен туған тел булараҡ өйрәнгән дәрестәрҙә ниңә имтиханға әҙерлек эштәре алып барыла икән? Был йәһәттән башҡорт балалары артта ҡала. Дөрөҫ түгел, быны бөтөрөргә кәрәк. Уларҙың да бит айырым дәреслектәре бар, шуны алып мәҙәниәт менән таныштырһындар, - тине Рәйсә Дәүләтбаева.

- Элек бөтөнләй башҡортса уҡытмайҙар ине, бөгөн хәл ыңғайға үҙгәрә, - тине Вәкил Хажин. - Мөмкинлектәр ҙә бар. Ғариза яҙҙыралар, тип зарланаһығыҙ, ғариза яҙыу ҡыйын эшме ни? Яҙ ҙа уҡы, берәү ҙә тыймай бит. Бына минең дә ейәнсәрем башҡорт теленә йөрөй. Ләкин уҡытыусыһы үҙ эшенә һүлпән ҡарауын үҙһенмәйем, яуаплылыҡ тоймай, күрәһең. Дәфтәрендә апрелдә һәм сентябрҙә генә яҙған яҙма бар. Ә ул уҡытыусының мәҡәләләре “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында донъя күрә. Икенсе яҡтан ҡарағанда хәҙер уҡытыусылар ҡағыҙ тултырыу менән мәшғүлдәр, уҡыусыларға ваҡыттары ла ҡалмай.

Әгәр бөгөнгө көндә балаларыбыҙ башҡорт телендә генә уҡыһалар, улар русса насар беләсәктәр, шуға ике телде лә уҡыһындар. Иң мөһиме балалар күңелендә башҡорт теленә һөйөү уятыр кәрәк, уларҙың күңелдәренә һеңдерер өсөн мәктәптәрҙә ҡыңғырауҙы ҡурай моңо менән биреү отошло.

Башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ, уҡытҡан программала 17 хата бар. Ул хаталарҙы күреүсе лә юҡ. Тәүҙә дәреслек авторҙарын үҙҙәрен өйрәтергә кәрәк. Мәҫәлән, башҡорт теле дәресендә өндәр өйрәтеү өсөн генә 26 сәғәт бирелә. Ә мин уны бер нисә минутта өйрәтә алам, - тип үҙенең хаҡлығын иҫбатлап, Вәкил Хажин таҡтаға сығып, тиҙ арала һыҙғыслап, аңлатып та ҡуйҙы. – Бына Ирина Ринат ҡыҙы менән Гүзәл Фәтих ҡыҙы сығыштары оҡшаны миңә, һөйләүҙәрендә бер хата ла булманы, ә хатта радио тулҡындарында ла көнөнә әллә күпме хата яңғырауы күңелде ҡыра. Ғөмүмән, беҙҙең методика ауыр, рус теленән тәржемә ителгән, уны ябайлаштырыр кәрәк, - тигән фекерҙә ул.

- Телде өйрәнеүселәр күп, ә көслө методистар юҡ бит. Башҡорт методистары араһында бер доктор ҙа юҡ. – тине Рәйсә Дәүләтбаева, уға ҡушылып.

Артабан һүҙҙе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина алды. Ул Күмертауҙа башҡорт мәктәбе асҡанда 700-ҙән артыҡ бала йыйыуҙары тураһында һөйләне.

- Өй беренсә йөрөнөк, бына ул саҡта ҡыйын ине. Хаят Собханғолова исемле апай кешенән алама бәлтә, шаршау һорап, шуларҙан милли кейемдәр текте. Ул заманда юҡты бар итеп башҡорт балаларына белем бирҙек, хәҙер коммунизм ул, - тине.

Башҡалар ҙа бының менән килеште: барыһы ла уҡытыусынан тора, матур бирһә дәресте, тимәк, балалар ҙа башҡорт телен яратасаҡ. Өйҙә тик башҡортса һөйләшеп тә баланы рухлы итеп тәрбиәләп була, баланың телде белмәүендә тәү сиратта ата-әсә ғәйепле, тиештеләр.

Мәрхәбә Дәүләтшина ла һүҙһеҙ ҡалманы.

- Башҡорт теленең бәҫе төшмәҫкә тейеш. Хакимиәттәрҙә башҡорт телен белгән белгестәр эшләһә лә телебеҙ күтәрелер ине. Хатта унда эшкә кергәндә башҡорт телен белеү мотлаҡ булһын ине. Туған телебеҙҙә төрлө саралар үткәрергә кәрәк, ә байрам башында бер ике һүҙ әйтеп кенә ҡалмаҫҡа. Башҡорт теле кабинеттарын йыһазландырыу буйынса алғанда ла иң фәҡирҙәре бит. Унда техник саралар ҙа юҡ. Беҙгә бер-беребеҙгә аяҡ салып түгел, ә берҙәм булып эшләргә һәм йәшәргә кәрәк.

Һәр кем үҙенең һүҙен әйтеп ҡалырға тырышты. Районыбыҙ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов барыһын да тыңлағандан һуң: “Ошо һөйләшеүебеҙ мәғариф министрлығына барып етәсәкме?” – тип һорап ҡуйҙы. Ҡыҙыу һәм эшлекле һөйләшеү бушҡа түгел, ә файҙалы үҙгәрештәргә булыр, тип өмөтләнәйек.

Был арала ҡыҙҙар һәм егеттәребеҙ ҡатнашҡан секциялар тамамланды. Хөрмәтле жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләп тә өлгөргәйне. Бар ҡатнашыусыларға ла уңыштар теләнде һәм Почет грамоталары тапшырылды, ә инде етәкселәренә рәхмәттәр әйтелде.

Уҡыусыларҙа әҙәбиәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән сараны ойоштороусыларға республиканың төрлө тарафтарынан килгән ҡунаҡтар кәңәшмәнең юғары кимәлдә үткәне өсөн рәхмәттәр әйтте.
Читайте нас: