Все новости
Мәғариф
24 Мая 2019, 15:19

Ҡошсоҡтарын осорҙолар

Кисә ҡайһы бер мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны ла инде. Был көндө белем усаҡтарында шат йырҙар, ҡотлау, тәбрикләү һүҙҙәре ишетелде, сығарылыш тантаналары уҙҙы.

Кисә ҡайһы бер мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны ла инде. Был көндө белем усаҡтарында шат йырҙар, ҡотлау, тәбрикләү һүҙҙәре ишетелде, сығарылыш тантаналары уҙҙы.

Күмертауҙың Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияһы ла балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең шат тауышына күмелде. Бында барлығы 203 уҡыусы белем ала. 4-се класты 47 уҡыусы тамамланы. Уларҙы тәбрикләргә ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әнүәр Уразаев, ҡала дауаханаһының балалар хирургы Ришат Вахитов килгәйне. Дүртенселәр директор Әнисә Түләгәноваға, класс етәкселәре Люция Сөләймәноваға, Вәсилә Ғәбитоваға һәм башҡа уҡытыусыларға, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәттәрен әйттеләр.
Читайте нас: