Все новости
Мәғариф
5 Июня 2019, 11:49

Сочиҙа ла һынатманылар

Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 13-сө башҡорт прогимназияһында уҡыусы ағалы-ҡустылы Мозафаровтар тураhында Мәләүез ҡалаhында үткән йәш эҙләнеүселәр конкурсында 1-се урын яулап, Сочи ҡалаhында үткәреләсәк Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу мөмкинлегенә лайыҡ булдылар, тип «Юшатыр» гәзите битендә яҙғайныҡ инде.

Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 13-сө башҡорт прогимназияһында уҡыусы ағалы-ҡустылы Мозафаровтар тураhында Мәләүез ҡалаhында үткән йәш эҙләнеүселәр конкурсында 1-се урын яулап, Сочи ҡалаhында үткәреләсәк Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу мөмкинлегенә лайыҡ булдылар, тип «Юшатыр» гәзите битендә яҙғайныҡ инде. Әле уларҙың әсәләренән шатлыҡлы хәбәр алдыҡ. Рәсүл менән Арсен Сочи ҡалаhында үткән «Мин - эҙләнеүсе» йәш эҙләнеүселәр конкурсында ла үҙҙәрен hынатмаған. Лауреат исемен алмаhалар ҙа, улар 1-се дәрәжә диплом яулағандар. Дипломант булғандар. Афарин, малайҙар! Быйылғы уҡыу йылының иң hуңғы көнөндә был барыбыҙ өсөн дә ҙур шатлыҡ, ҡыуаныс. Прогимназиябыҙ ғорурлығы hеҙ.

Әсәләре Сирень Надир ҡыҙы РПЛИ-ла информатика уҡытыусыhы, аталары Мәләүез ҡалаhында «Эколайн» предприятиеhында эшләй. Ошондай егеттәр тәрбиәләүҙәре өсөн уларға ҙур рәхмәт еткерәһе килә.
Читайте нас: