Все новости
Мәғариф
21 Июня 2019, 10:21

“Башҡорт сәйе”

Кисә районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәмле Юшатыр йылғаһы буйында “Башҡорт сәйе” йыйынына йыйылды.

Кисә районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәмле Юшатыр йылғаһы буйында “Башҡорт сәйе” йыйынына йыйылды. Төбәк-ара тип аталған сарала 2018-2019 уҡыу йылын тамамлап, йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһау булды. Унда район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова, “Юшатыр” гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясов, районыбыҙ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, Киров исемендәге хужалыҡ етәксеһе Дамир Байгилдин һәм Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин ҡатыны Минзәлә апай менән, “Карауанһарай” гәзитенең баш мөхәррире Салауат Аҡдәүләтов ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәимә апай менән, Аллабирҙе урта мәктәбе директоры Сания Ҡуҙбаева ла килгәйнеләр.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бигерәк уңған: улар төрлө тәмлекәстәрҙән табын да әҙерләгәндәр, ҡунаҡтарҙы ла йырҙар йырлап ҡаршы алдылар.

Сараны мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова асты.

- Бөгөнгө сараға туған телен, халҡын, йолаларын, мәҙәниәтен яратыусылар йыйылған. Беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ мәктәп эше менән генә туҡталып ҡалмай, ә төрлө сараларҙа, бәйгеләрҙә лә ҡатнашып уңыштарға өлгәшәләр”, - тип Ирина Ринат ҡыҙы һәр уҡытыусыға Рәхмәт хаттары һәм бүләккә милли биҙәүесебеҙ булған алҡалар таратты. Юлай Талха улы ла ошондай матур байрам үткәреүгә ҡыуанысын белдерҙе.

- Йәйләүҙә “Башҡорт сәй” йолаһын үткәреү бик шәп сара. Хөрмәтле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, һеҙ беҙҙең рух кимәлебеҙҙе күтәреүселәр. Һеҙҙең кеүек кешеләр күберәк булырға тейеш. Киләсәктә лә бергә тырышып эшләйек, - тине ул.

Сараны алып барыусы, мәғариф методика бүлеге мөдире Ләйсән Аҙнабаева ла осрашыуҙың тап ошондай форматта үтеүенең ыңғай яҡтарын баһаланы һәм уҡытыусыларға һөҙөмтәле эштәре өсөн тағы ла Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Матур осрашыу башҡорт теленә мәҙхиә уҡыу, шиғырҙар һөйләү, йырҙар йырлау менән дауам итте. Юлай Ишмөхәмәтов та, матур һүҙҙәр һөйләп, барыһына ла бағышлап йыр һуҙҙы. Ырымбур ҡунаҡтары сараға саҡырғандары өсөн рәхмәт әйттеләр. “Беҙ һәр саҡ үрнәкте һеҙҙән алабыҙ, хөрмәтле милләттәштәр! Хәҙер беҙ ҙә һеҙҙең кеүек “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”, “Шәжәрә” байрамдары үткәрә башланыҡ. Артабан да бергә йәшәйек”, - тине улар.

“Юшатыр” гәзите лә сараға буш ҡул барманы. Беҙгә һәр саҡ ярҙам итеп торған ике әүҙем уҡыусыбыҙға бүләк тапшырҙыҡ. Улар - Яҡшымбәт ауылынан Азат Ғәлиев һәм Зәк-Ишмәттән Айгөл Гурьянова. Беҙҙең төп таянысыбыҙҙың береһе ул - уҡытыусылар. Киләсәктә һәр берегеҙгә лә матур бүләктәр тапшырырға яҙһын, ә Азат Зөлфәҡәр улы менән Айгөл Нәзир ҡыҙына беҙҙең ныҡлы терәгебеҙ булғандары өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да ярҙамығыҙҙы гел тойоп йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: