Все новости
Мәғариф
26 Июля 2019, 11:39

Ашһыҙ ҡалмаҫбыҙ

«Радий Хәбиров башланғыс класс балаларын бушлай ашатыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Минең ауылым Кинйәбайҙа халыҡҡа эш юҡ, ата-әсәләр балаларын туҡландырыу өсөн мәктәпкә түләй алмай. Һөтһөҙ шәкәрле сәй ҙә май йәки повидло яғылған икмәк тотторған булалар. Исмаһам, берәй бутҡа булһын ине. Аҡһымлы ризыҡ та кәрәк бит. Шул борсолдора мине».

«Радий Хәбиров башланғыс класс балаларын бушлай ашатыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Минең ауылым Кинйәбайҙа халыҡҡа эш юҡ, ата-әсәләр балаларын туҡландырыу өсөн мәктәпкә түләй алмай. Һөтһөҙ шәкәрле сәй ҙә май йәки повидло яғылған икмәк тотторған булалар. Исмаһам, берәй бутҡа булһын ине. Аҡһымлы ризыҡ та кәрәк бит. Шул борсолдора мине».

Был яҙыуҙы беҙгә яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара апай Ғәниева ебәргән. Апайыбыҙға Ҡаҙарма ауылының бөгөнгөһө лә, киләсәге лә ныҡ яҡын, район башлығының унда барып әйләнгәнен дә көтә ул.

Беҙ уның һорауына яуап эҙләп, райондың мәғариф идаралығы начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимоваға мөрәжәғәт иттек.

- Хәҙерге көндә Көйөргәҙе районында 2322 уҡыусы һанала. Быйыл мәктәптә уҡыусылар һаны кәмейәсәк - 2279 булыр тип күҙаллана. Ошо көнгә ҡәҙәр уҡыусыларҙың 2237-һе туҡланып килде, йәғни балаларҙы йылы аш менән туҡландырыу - 96,3%. Башланғыс мәктәптәрҙәге 85 баланы йылы аш менән тәьмин итеү иҫәпкә алынмаған, сөнки филиалдарҙа аҙыҡ блоктары юҡ. Ни өсөн юҡ, сөнки уларға тейешле йыһаз, ҡорамалдар алыу өсөн аҡса етмәй. Биш-алты бала уҡыған мәктәпкә әллә нисәмә ашнаҡсы тотоп булмай, быныһынан тыш, Роспортебнадзор талаптарына тап килерлек аш-һыу йыһаздары ла булырға тейеш, иҫәпләй башлаһаң, бик ҙур сумма килеп сыға.

Бер баланы ашатыу көнөнә 27,46 һумға төшә. Ата-әсәләрҙән йыйған аҡса бына ошо. Уйлап ҡарағыҙ, был аҡсаға нимә алырға була? Бар ил шаулап аутсорсингҡа күсте, беҙ ҙә шулайттыҡ. Баяғы егерме-утыҙ тәңкәгә аутсорсинг компаниялары ла ниндәйҙер аҙыҡ алырға тейеш бит инде, ошонан китте лә инде шау-шыу: ниңә аҙыҡ сифаты насар, эш хаҡтары ашнаҡсыларға ваҡытында түләнмәй. Район хакимиәте менән һөйләшкәс, аутсорсингтан баш тартырға булдыҡ. Аҙыҡ-түлекте хәҙер директорҙар үҙҙәре ҡарап, һайлап алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ашнаҡсы штаттары ла мәктәп директорҙары ҡарамағына кире ҡайтарыла. Юғиһә, ҡыҙыҡ картина килеп сыға: мәктәптә ашнаҡсылар эшләй, ә уларға йоғонто яһарға етәксенең ҡулы ҡыҫҡа - ашнаҡсылар уға буйһонмай, ә бит ул-был хәл була ҡалһа, барыһы өсөн дә барыбер директор яуап тота. Аутсорсинг эше менән РАЙПО һәм «Центр ИНХО» ойошмалары шөғөлләнә ине, әгәр аукционды отһалар, артабан да улар был эштән ситтә ҡалмаҫ, тип уйлайым. Ҡайһы бер Европа илдәрендә балаларҙы ашатыу бушлай, хатта швед өҫтәлдәре лә бар, тиһегеҙме, улары миңә ҡараңғы, беҙ үҙебеҙгә бирелгән юрғанға ҡарап аяҡты һуҙабыҙ. Тамара Ғәниеваның һорауына килгәндә, Ҡаҙарма балалары, әгәр Хәбиров тәҡдиме тормошҡа ашһа, әлбиттә, ситтә ҡалмаясаҡ. Әйтеүемсә, унда айырым аҙыҡ блогы асып булмай, шуға ауыл уҡыусыларын йә Павловкаға йөрөтөп ашатырға, йә үҙҙәре янына ашты алып барырға тура киләсәк. Шулайыраҡ күҙаллайбыҙ, һәр хәлдә Ҡаҙарма балалары ас ҡалмаҫ.

Шуны ла әйтеү мотлаҡ: беҙҙең һәр мәктәп янында баҡса бар, уларҙа картуф, кишер, сөгөлдөр һымаҡ культуралар үҫтерелә. Быйыл картуфты күберәк тә сәстеләр. Был баҡсалар мәктәп өсөн ҙур ярҙам, үҙеңдеке үҙеңдеке инде - ҡыш буйы балалар үҙҙәре үҫтергән сифатлы аҙыҡты ашай.
Читайте нас: