Все новости
Мәғариф
20 Августа 2019, 11:26

Алға барабыҙ

Үткән аҙнала Өфөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе уҙҙы. Яңы уҡыу йылына пландар ҡоролдо, булған проблемалар һаналды. Кәңәшмәлә телмәр менән республика етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһаны.

Үткән аҙнала Өфөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе уҙҙы. Яңы уҡыу йылына пландар ҡоролдо, булған проблемалар һаналды.

Кәңәшмәлә телмәр менән республика етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһаны.

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә 8 дискуссия майҙансығы эшләне. Унда «Мәғариф», «Демография» федераль милли программаларын бойомға ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ бишкөнлөккә тулыһынса күсеү, балаларҙың ялы, туған телде өйрәнеү, һәләтле балалар менән эшләү, мәктәптәрҙе һанлы техника менән тәьмин итеү тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды.

Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Римма Айрат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина етәкселегендә район мәғариф бүлеге етәкселеге һәм белгестәре лә Өфөлә, республика август кәңәшмәһендә булып ҡайтты. Унда Мәғариф милли проекты хаҡында ла күп һөйләнелде. Көйөргәҙелә лә был проект ярайһы ғына эшләп килә, яңы уҡыу йылынан беҙҙә ике үҙәк асыласаҡ - Ермолаевоның 1-се һәм Яңы Мораптал мәктәбендә. Исеме хәтәр: «Үҫеш нөктәһе». Республика август кәңәшмәһе һәм Көйөргәҙе районы мәктәптәренең яңы алым буйынса эше хаҡында район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы ИБРАҺИМОВА һөйләй:

- Август кәңәшмәһендә мәғарифҡа ҡағылышлы бик күп проблемалар күтәрелде. Шул уҡ ваҡытта ауыл мәктәптәрендә йылы бәҙрәфтәр булдырыу мәсьәләһе лә көн үҙәгендә булды. Беҙҙең райондың һәр мәктәбендә тиерлек былтыр уҡ йылы бәҙрәфтәр эшләнеп ҡуйылды. Ошоға тиклем Зәк-Ишмәт ауылы мәктәбе генә ҡалғайны. Әлеге көндә унда 1 млн 800 мең һумлыҡ суммаға был эш тамамланыуға ла бара. Шулай уҡ Керәүле, Свобода, Абдул мәктәптәренә туалет бүлмәләрен ремонтлау, СанПиН нормаларына тура килтереү өсөн финанс бирелде. Тағы ла террорға ҡаршы көрәш өсөн район мәғарифына 4 млн һумдан ашыу аҡса бүленде. Был аҡсаға мәктәптәрҙә видеокүҙәтеү, хәбәр итеү системаһы кеүек ҡорамалдар ҡуйылыу эше бара. Шулай уҡ Ермолаевоның 1-се һәм Яңы Мораптал мәктәптәренә «Үҫеш нөктәһе» проекты буйынса уҡытыу өсөн 1 млн 600 меңешәр һум финанс биреләсәк һәм бында ОБЖ, технология, информатика дәрестәре яңы форматта уҡытыла башлаясаҡ. Республика буйынса барлыҡ бындай проект менән эшләүсе мәктәптәрҙең асылыу тантанаһы 20 сентябрҙә планлаштырыла. Милли мәғарифтың икенсе проекты буйынса эш башҡарыу өсөн Ермолаевоның 2-се мәктәбенә федераль һәм республика бюджетынан 2 млн 100 мең һум бүленә. Был суммаға компьютерҙар, принтерҙар, интерактив таҡталар һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар һатып алынасаҡ. Республиканың бик күп мәғариф учреждениеларында тиерлек техникалар иҫкергән. Бындай хәл беҙҙең мәктәптәрҙә лә күҙәтелә. Шуға күрә мәктәптәрҙә техниканы яңыртыуға ҙур иғтибар ителәсәк. Август кәңәшмәһендә сығыш яһаусылар әйткәнсә, техника алыу менән генә эш бөтмәй, шулай уҡ яҡшы кадрҙар ҙа кәрәк, уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу эшен дә онотмаҫҡа кәрәк буласаҡ. 3D-моделирование буйынса 3D-принтерҙа эшләү өсөн технология уҡытыусылары тәүҙә ситтән тороп, һуңынан Екатеринбургҡа барып белемдәрен камиллаштырып ҡайттылар ҙа инде. Был эш артабан да дауам ителәсәк. Ҡыҙғанысҡа, бөгөнгө көндә республика мәғарифы кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Беҙҙең районда ла инглиз теле, математика, химия, информатика буйынса уҡытыусылар етмәй. Шулай уҡ эш хаҡын йән башына ҡарап түләү менән бәйле, бер уҡытыусы бер нисә фәнде уҡытырға мәжбүр. Ә уҡыусыларҙың аҙ булыуы сәбәпле ҡайһы бер ауыл мәктәптәре ябылыуға дусар ителә. Быйылғы уҡыу йылында беҙҙең Яманғол мәктәбе үҙ эшмәкәрлеген туҡтатып торасаҡ. Әгәр һуңынан балалар күбәйеп китһә, мәктәп яңынан эшләй башлар, тип ышанабыҙ. Барыбыҙ ҙа, уҡытыусылар ҙа, беҙ ҙә заман менән бергә атларға, яңы талаптар буйынса белем биреүгә әҙер булырға, төрлө милли проекттарҙа ҡатнашырға тейешбеҙ һәм ошо маҡсатҡа табан алға барабыҙ ҙа инде.
Читайте нас: