Үткән йома Бахмут мәҙәниәт йортонда мәғариф өлкәһендә эшләүселәрҙең йолаға әүерелгән сараһы – август кәңәшмәһе үтте. “Көйөргәҙе районы муниципаль районында белем биреү сифатын үҫтереү һәм йөкмәткеһен яңыртыу факторы булараҡ милли “Мәғариф” проектының стратегик маҡсатына өлгәшеү” темаһына арналған кәңәшмәлә район Хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Римма Ғөбәйҙуллина, БР мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, балалар баҡсалары мөдирҙәре, тәрбиәселәр, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, предприятие, ойошмалар етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Сара башланыр алдынан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар мәҙәниәт йорто фойеһында мәғариф учреждениелары һәм өҫтәмә белем биреү уҡыу йорттары тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле күргәҙмә менән таныштылар.
Район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Римма Айрат ҡыҙы конференцияны алып барҙы. Район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы мәғариф хеҙмәткәрҙәре форумында ҡатнашыусы педагогтарҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән тәбрикләп сараны асып ебәрҙе.
- Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан йыл да йыйылып мәғариф системаһы үҫешенең төп бурыстары һәм проблемалары хаҡында һөйләшәбеҙ. Районыбыҙҙа барлығы 1108 сабый балалар баҡсаһына йөрөй. 2322 уҡыусы мәктәп тәрбиәләнеүсеһе булып һанала. Өҫтәмә белем биреү учреждениеларына ла 1 мең 500-ҙән артыҡ егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ бик теләп йөрөйҙәр. Ә белем биреүҙең төп сифаты булып БДИ һөҙөмтәләре тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл, Бөгөлсән мәктәбенең бер уҡыусыһы ҡулына өлгөргәнлек аттестаты ала алманы. Хөрмәтле уҡытыусылар, һеҙ үҙ эшегеҙгә яуаплыраҡ ҡарап, балаларға сифатлы белем бирергә бурыслыһығыҙ.
Быйыл 9 сығарылыш уҡыусыбыҙ мәктәпте миҙал менән тамамланы. Йыл да миҙалға лайыҡ булыусы уҡыусыларыбыҙға район хакимиәте стипендияһы тапшырыла. Үткән уҡыу йылында 11 уҡыусыбыҙ 1-әр мең һум күләмендә аҡса алып ҡыуанды.
Ғинуар-февраль айҙарында мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштар күп булыуы шатландырҙы. Мәғариф бүлегенең һәм уҡытыусылар коллективының тырыш эштәре арҡаһында уҡыусыларыбыҙ юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп төрлө олимпиадаларҙа призлы урындар яуланы.
Мәғариф системаһы - райондың социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Быйыл 7 ай эсендә мәғариф усаҡтарына көҙгө һәм ҡышҡы ваҡытҡа әҙерлек өсөн бюджеттан 6 млн 500 мең һумдан артыҡ аҡса бүленде. Барлыҡ белем биреү учреждениеларында ла яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса эштәр тамамланды. Шулай уҡ һәр мәктәп йылы бәҙрәф менән тәьмин ителде. Белем усаҡтарында автобустар ҙа яйлап яңыртыла бара. Үткән уҡыу йылында Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназия-интернаты, Ермолаевоның 2-се һанлы, Илкәнәй, Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал, Свобода мәктәптәре барлығы 8 млн 500 мең һумдан артыҡ суммаға яңы автобустар алып шатланды. Белем усаҡтарында видеокүҙәтеүҙәр ҡуйыу ҙа тамамланыуға бара.
Яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙе биш көнлөк уҡыуға күсереү мөһим ваҡиға булып тора. Был яңылыҡ балаларға ата-әсәһе менән йышыраҡ аралашыу мөмкинлеге бирер, тип ышанам.
Хөрмәтле педагогтар, сығышым аҙағында барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым! Эшегеҙҙә уңыштар, яңы үрҙәр яулауығыҙҙы теләйем, - тине Юлай Талха улы.
Аҙаҡ кәңәшмәне район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова дауам итте. Ул барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәрен яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, уңыштар һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлек теләне. Шулай уҡ үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһаны, киләсәккә яңы маҡсаттар менән таныштырҙы. Төрлө ярыштарҙа призер булған уҡыусыларҙың уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе Ирина Ринат ҡыҙы.
БР мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева ла, көйөргәҙеләрҙе яңы уҡыу йылы башланыу менән тәбрикләп, барыһына ла уңыштар теләне. Төрлө программалар менән таныштырып, унда ҡатнашырға саҡырҙы.
Кәңәшмә һуңында үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә уңышлы хеҙмәт иткән бер төркөм мөғәллимдәр Почет грамоталары менән бүләкләп үтелде.