Все новости
Мәғариф
17 Сентября 2019, 14:46

Ашамайса йəшəп булмай

Ашамайса йәшәп булмай. Ҡайһы саҡ уйлап ҡуяһың: әллә бар йүгергеләүебеҙ, эшкә тип сабыуыбыҙ, тегене табырға, быны эләктерергә тырышып ҡаңғырыуыбыҙ шул ашауға ғына ҡайтып ҡала инде? Күңелһеҙ булып китә.
Ярар ашау тигәне ололарға ҡағылһа, беҙгә нимә лә бата, балалар тураһында һүҙ барһа, бигерәк тә ҡыйын. Мәҫәлән, мәктәптәге ашатыуҙы алайыҡ. Күмертау мәктәптәрендә балаң ас йөрөмәһен тиһәң, аҙнаһына 500 һумға яҡын аҡсаңды сығарып һалырға тура килә. Хәҙер аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә генә ашатыу бушлай. Элегерәк аҙ тәьмин ителгәндәрҙең барыһына ла буш ине, ҡала хакимиәте, әллә ТОСЭР булғаныбыҙ өсөн, 2016 йылда был ташламаны алып ташланы. Башҡа ҡалаларҙа аҙ тәьмин ителгәндәрҙең барыһы ла бушлай туҡлана икән. Ярар, быныһын алып ташланылар ҙа, тормошта ауыр хәлгә ҡалғандарға (ТЖС) буш тинеләр. Ул категорияға инер өсөн комиссия тикшереүе үтергә кәрәк. Бер уйлаһаң, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең барыһы ла шул ауыр хәлгә ҡалған һанала ла бит...
Миҙалдың икенсе яғы. Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙе йәки ғәрип балаларҙы буш ашаталар, аштары ла арыу, ә кем был категорияға кермәй, уларҙы икенсерәк ашаталар. Ҡайһы бер бала өйгә ҡайта ла ата-әсәһенән һорай:
- Ниңә уларға көн дә өҫтәмә рәүештә тәмлекәс бирәләр, ә беҙгә юҡ?
- Улар бит күп балалы ғаиләнән.
- Табығыҙ һеҙ ҙә бала, минең дә тәмлерәк ашағым килә.
Уҡыусыларҙың мәктәп ашханаһында туҡланыуы проблемаһы һәр ата-әсәгә ҡағылмай ҡалмайҙыр. Республика етәксеһе Радий Хәбиров та яңыраҡ инвалид балаларға бушлай туҡланыу ойоштормағандары өсөн бик күптәргә шелтә белдерҙе. Ҡолаҡ, күҙ ауырыуҙары һәм шәкәр диабеты менән сирләгән балаларҙы туҡланыу исемлегенән төшөрөп ҡалдырған өсөн етәкселәр яуап тоторға тейеш, тине ул һәм тиҙ арала мәсьәләне хәл итеү бурысын ҡуйҙы.
Федераль ҡануниәткә ярашлы, бушлай туҡланыу һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән (ОВЗ) уҡыусыларға ғына ҡаралған. Был исемлеккә инвалид балалар, йәғни шәкәр диабеты һәм башҡа соматик сирҙәр менән яфаланыусылар инмәй. Һаулығы сикләнгән балаларға справканы Республика психологик-медик-педагогик медицина комиссияһы бирә, әммә белгестәр әйтеүенсә, документ тәү сиратта ашауҙы түгел, махсус уҡыу программаһын күҙ уңында тота. Баланың зиһене теүәл, фекерләүе аныҡ икән уға справка биреү мөмкин түгел.
Инвалид балалар әлегә тиклем бушлай ашатыла, әммә был законға ярашлы түгел, һәр муниципаль берәмек проблеманы үҙе, өҫтәмә күрһәтмә менән хәл итә. Быйыл тап ошо документ күҙ уңынан ысҡындырылған һәм яңы уҡыу йылында бушлай туҡланыуға тик һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар ғына индерелгән булған, ә инвалид балалар төшөп ҡалған. Шуға күрә бик күп ата-әсәләр был проблема менән Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндәр. Ул мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итергә, бер ниндәй өҫтәмә справка талап итмәйенсә генә инвалид балаларҙы яңынан түләүһеҙ ашата башларға ҡушты.
Быйыл республика комиссияһы белгестәре аша 44 мең тирәһе уҡыусы үткән, уларҙың яҡынса 27 меңе һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән тип табылған, йәғни был балалар тиҫтерҙәренән аң-белем, физик үҫеш йәһәтенән ҡалыша, уларҙы айырым программа нигеҙендә уҡытыу, бушлай ашатыу мотлаҡ.
Инвалид балаларҙы ҡайһы бер муниципалитеттар үҙ иҫәбенә туҡландырыуҙы быйыл да ойошторған. Ундайҙар исемлегендә Күмертау ҡалаһы ла бар. Беҙҙең ҡалала инвалид балаларҙы 100% бушлай ашаталар.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та башланғыс кластарҙа уҡыған балаларҙың барыһын да, бер ниндәй категорияға бүлмәйенсә, бушлай ашатыу кәрәклеге хаҡында тәҡдим кертте. Артабан барлыҡ уҡыусыларҙы ла бушлай ашатыуға күсеү яҡшы булыр ине, ти ул. Уның был идеяһы тормошҡа ашһа, ата-әсәләргә ҙур ярҙам булыр ине лә. Ашау байҙан, үлем Хоҙайҙан, тиҙәр ҙә бит, бер бай ҙа бушлай килтереп тоттормай. Бар ышаныс үҙеңдә: йә күп бала табырға, йә байып китергә.
Районда был мәсьәлә буйынса хәлдәр нисек икәнен мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимованан белештек. Ул: «Районда булған 200-ҙән ашыу һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән бала бушлай туҡлана. Шулай уҡ 16 инвалид баланың барыһы ла урындағы бюджет иҫәбенән түләүһеҙ туҡланыу менән тәьмин ителгән. Ғөмүмән әйткәндә, районда уҡыусыларҙың 96,8%-ы мәктәптә туҡлана. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән күп балалалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе уҡыусылар ҙа бушлай ашай», - тине.
Эйе, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләлә балаларына бушлай туҡланыу хоҡуғы бирелгән. Әммә күп балалы булмаған аҙ тәьмин ителгән балалар ҙа бар бит әле. Уларға нишләргә һуң? 2016 йылға тиклем Күмертау мәктәптәре уҡыусыларының барыһы ла соцобестан бер справка ғына алып килеп, уҡыу йылы буйына бушлай ашай торғайны ла бит. Әммә, ҡаланың аҡсаһы юҡ, тип, быны туҡтатып ҡуйҙылар. Бына РПЛИ менән 3-сө БРГИ-ла республика иҫәбенә барлыҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙы бушлай ашаталар.
Ҡаланың мәғариф идаралығы директоры урынбаҫары Татьяна Васильевна Напольская әйтеүе буйынса, быйылғы уҡыу йылында ла Күмертау мәктәптәрендә тик аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән уҡыусыларға көнөнә республика бюджетынан 45 һумға, һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикләнгән (ОВЗ) уҡыусылар өсөн республика бюджетынан 90 һум һәм ҡала бюджетынан 10 һумға, инвалид балаларға ҡала бюджетынан 45 һумға ашатыу ойошторолған. Шулай уҡ ауыр тормош хәленә тарығандар ҙа (ТЖС) комиссия аша үтеп, бушлай ашау хоҡуғына эйә, ти ул.
Ҡыҙғанысҡа, был категорияға тырышып-тырмашып эшләп тә осон осҡа ялғай алмаған ғаиләләр кермәй.
вставка
Вконтакте
Әлиә ИСХАҠОВА, Күмертау ҡалаһы:
- Минең ике балам да (2 һәм 6 йәшлектәр) балалар баҡсаһынан асығып ҡайталар, ашап туя алмайҙар. Ҡыҙым: «Тәмһеҙ, шуның өсөн ашамайым унда», - ти.
Гөлназ АҘНАБАЕВА, Күмертау ҡалаһы:
- Өҫтәлгә ашамлыҡ ултыртҡан өсөн дә аҡса йыймаһалар бигерәк тә яҡшы булы ине. Әтеү уның өсөн дә күп алалар, көнөнә 6 һум 40 тин. Айына 128 һум ҡиммәткә төшә. Был әле бер баланан ғына.
Р. ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: