Все новости
Мәғариф
24 Сентября 2019, 11:17

Ҡушалар

- Мин Айназ.

- Ә минең исемем Нурик.

Малайҙар үҙҙәрен шулай тип таныштырҙылар. Икәү генә улар. Ҡансыра мәктәбе уҡыусылары.

- Икәү генә булғас, ҡыйынмы?

- Юҡсы.

- Шәбағышта уҡығығыҙ килмәйме, унда балалар күп, ҡыҙҙар ҙа бар.

- Килә, - тине малайҙарҙың береһе.

- Юҡ, - тип ҡырт киҫте икенсеһе.

Былай тип һорауыбыҙ тиктән түгел, Ҡансыралағы башланғыс мәктәпте ябып торалар. Ваҡытлыса. Киләсәктә мәктәпкә балалар килһә, уны яңынан асалар.

- Киләһе йылға нисә бала килеүе көтөлә?

- Берәү. – Бөгөн ике бөртөк баланы уҡытҡан Мәҙинә Сәйфуллинаның кәйефе бик шәптән түгел. - Быға тиклем дүрт уҡыусы ине. Ауылыбыҙ ҡалаға яҡын булғас, икәүһен ҡалаға йөрөтөп уҡыталар. Әле бер бала кире ҡайтырға тип уйлай, сөнки ҡыш көндәрендә бәләкәй балаларҙы йөрөтөп уҡытыу бик ауыр. Бурандарҙа юлдар булмауы ла яҡшы түгел, ул саҡта инде уҡыусыларыбыҙ мәктәпкә йөрөй алмай өйҙә ултырып ҡалмаҫмы, тип йәнем әрней. Ә балаларҙың хәүефһеҙлеге һәр ваҡыт тәүге сиратта булырға тейеш. Ата-әсәләрҙең дә балаларын күрше ауылға йөрөтөп уҡытырға теләктәре юҡ.

Нур менән Айназ - әлегә был турала уйламай, ныҡышып китеп ҡағыҙҙан нимәлер киҫә-йәбештәрәләр. Стеналағы сәғәт туҡтап ҡалған, әйтерһең, уның да һуғыр ваҡыты үткән. Кем белә, берәй ҡасан был сәғәт яңынан текелдәй башлармы икән? Әлегә Шәбағышҡа йөрөп уҡыясаҡ уҡыусыларҙың барыһы ла яҡшы булһын.



Ирина ИБРАҺИМОВА, район мәғариф бүлеге начальнигы:

- Беренсенән, ике баланы уҡытыу өсөн сығымдар үтә лә күп. Мәҫәлән, Ҡансыра мәктәбендә уҡыған бер балаға йылына уртаса 224 мең һум тирәһе аҡса тотонола. Район буйынса бер балаға 79 мең булһа, республикала яҡынса 50-60 мең самаһы аҡса сарыф ителә. Икенсенән, Шәбағыш мәктәбендә заманса уҡытыу өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған: эҫе аш ҡаралған, айырым спортзал, музей барыһы ла бар. Ә юл яғына килгәндә, Ҡансыра ауылы халҡына борсолорға урын юҡ. Юл таҙартыу буйынса предприятиелар менән килешеү төҙөләсәк, шулай булғас уҡыусыларҙы ауылдарҙан мәктәптәргә йөрөтәсәк маршруттағы юлдар даими таҙартылып торасаҡ. Балаларҙың хәүефһеҙлеге хаҡында хәүефләнергә ярамай, барыһы ла яҡшы буласаҡ.

Малик ИЛЬЯСОВ

Айгөл ХАЛИҠОВА фотоһы
Читайте нас: