Все новости
Мәғариф
27 Сентября 2019, 12:00

Бар көсөбөҙҙө һалабыҙ

27 сентябрҙә илебеҙҙә Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан ҡала һәм райондың берәр балалар баҡсаһының хәлдәре менән таныштыҡ.

Гүзәл Рәмил ҡыҙы ӘБДРӘХИМОВА, «Ысыҡҡай» Молокан балалар баҡсаһы мөдире:

- Беҙҙең балалар баҡсаһына 20 бала йөрөй. Шул иҫәптән, Ҡунаҡбайҙан 6 бала ҡыҫҡа ваҡытҡа килә. Элек 14-15-ләп кенә бала йөрөй торғайны. Былтыр һәм быйыл балалар һаны күпкә артты. Был бик ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Ҡасандыр балалар һаны аҙ тип, мөдирҙе һәм кесе тәрбиәсене 0,5 ставкаға күсергәйнеләр, хәҙер кире шул тулы ставканы ҡайтармайҙар. Шуныһы ғына күңелде ҡыра. Беҙҙең балалар баҡсаһы бик ҙур, типовой проект менән эшләнелгән, 310 квадрат метр. Ошондай ҙур бинала тәрбиәсе һәм кесе тәрбиәсе менән бергә, барлығы өс кенә кеше эшләйбеҙ. Балалар өсөн бар көсөбөҙҙө һалып тырышып эшләйбеҙ, төрлө саралар үткәрәбеҙ. Проблемаларыбыҙ ҙа етәрлек. Янғын һүндереүселәр һәр саҡ килеп тикшереп тора, линолеумығыҙҙы алыштырығыҙ, тиҙәр. Шулай уҡ балалар баҡсаһының кәртәләрен дә күптән алыштырырға кәрәк. Депутатыбыҙ Рәүеф Намаҙғолов ярҙамында алғы яҡтағы кәртәләрҙе генә эшләп ҡуйғайныҡ та ул. Барлыҡ был эштәрҙе башҡарырға финанс етеңкерәмәй, ҡыҙғанысҡа. Йыл да косметик ремонт эшләп торабыҙ ҙа ул, әммә бинабыҙ 1986 йылда уҡ төҙөлгән, шуға күрә бында капиталь ремонт эшләнелһә, бигерәк тә яҡшы булыр ине лә бит. Йыл да ремонт эштәрендә ата-әсәләр ҙур ярҙам күрһәтә. Уларға рәхмәтлебеҙ. Байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ коллегаларымды ҡотлайым. Еңел булмаған эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.

Әнисә Сәғит ҡыҙы ТҮЛӘГӘНОВА, М. Исҡужин исемендәге прогимназия директоры:

- Быйылғы йылдың 26 апреленән алып ҡаланың «Азамат» балалар баҡсаһы 13-сө башланғыс мәктәп менән берләште. Балалар баҡсаһында бөгөнгө көндә 6 төркөм эшләй, 120 бала йөрөй. Телмәр төркөмөнән башҡа барлыҡ төркөмдәрҙә лә башҡорт теле өйрәнелә. Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Быйылғы йыл эсендә генә бында күп эштәр башҡарылды, миллионлап аҡсаға ремонт эшләнде, спорт залы киңәйтелде. Коллегаларым да, ата-әсәләр ҙә был эштә әүҙем булдылар. Бигерәк тә ата-әсәләрҙең ҡул ярҙамына рәхмәтлебеҙ. Тәрбиәселәр — Фидәлиә Ғайса ҡыҙы Сәйәхова, Айгөл Илдус ҡыҙы Йыһаншина, Гөлназ Фәрғәт ҡыҙы Мостафина эштәренә яуаплы ҡарайҙар, балаларға рухи тәрбиә бирергә, уларҙың һәләттәрен төрлө яҡлап асырға тырышалар. Бик тиҙ генә эшләнә торған эш түгел, әммә яйлап булһа ла «Азамат» балалар баҡсаһына күберәк башҡорт ғаиләләрен йәлеп итергә, айырым башҡорт төркөмдәре булдырырға тырышасаҡбыҙ. Ошо маҡсатҡа ирешерлек шарттар тыуҙырғас ҡына, бындағы балалар баҡсаһын тамамлаусылар төркөмдәре менән бергә тура үҙебеҙҙең М. Исҡужин исемендәге прогимназияға килер, тигән ышаныс менән йәшәйбеҙ. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлайым. Эштәрендә уңыштар, ҡаҙаныштар, түҙемлек, ғаиләләренә именлек, ныҡлы һаулыҡ теләйем.

Розалия ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: