Үткән шәмбе алдан яҙғаныбыҙса районыбыҙ йәмәғәтселеге Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Бер үк ваҡытта, ошо уҡ көндө, абруйлы белем усағында мәшһүр шағир, билдәле әҙип, драматург, публицист Баязит Бикбайҙың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы, матур сара ла үтте.
Мәртәбәле байрамға район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина, Татарстан Республикаһынан ҡунаҡтар һәм был белем усағында уҡып сыҡҡан уҡыусылар, уҡытыусылар ҡатнашты.
Тантаналы сара алдынан ҡунаҡтар Баязит Бикбай бюсына сәскәләр һалды. Артабан мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейының яңы залын һәм автоҡаласыҡ асыу тантанаһы булды. Һуңынан сара Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан белем усағына иҫтәлеккә бүләктәр, уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары тапшырылды. Район башлығы Юлай Талха улы ла ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, мәктәпкә хакимиәт исеменән ҡар таҙартыу техникаһы бүләк итте. Тантанаға килгән ҡунаҡтар ҙа буш ҡул килмәгән - бүләктәренән тыш үҙҙәренең яҡты хәтирәләре менән дә бүлеште улар. Юбилей кисәһе матур концерт һәм көслө алҡыштар менән яңғырап торҙо.
Шулай уҡ был көндө Баязит Бикбай исемендәге премияны тапшырыу ҙа урынлы булды. Танылған шағирәләр Миңлегөл Хисамова, Хәлиҙә Алтынбаева, Шәбағыш мәктәбе уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Илшат Нәзмиев быйылғы лауреаттар булдылар.