Все новости
Мәғариф
18 Октября 2019, 11:59

ӘЛЕ ЛӘ ТОЯБЫҘ КӨСТӨ

Яратҡан уҡыу йортобоҙ- 3-сө һанлы республика башҡорт гимназиябыҙҙы тамамлауға ни бары 3 ай ғына үтеп киткән. Ә бит беҙ ул йортта 11-сене тамамлағансы көн һайын тигәндәй йөрөнөк. Каникулдарға таралышҡанда түҙемһеҙләнеп көтә инек уҡыу ваҡытын. Гимназиябыҙ бинаһы был йылдар эсендә ысынлап тыуған йортҡа әйләнгәйне! Һағынабыҙ… Беҙгә белем биргән һәр уҡытыусыны, тәрбиәләгән һәр тәрбиәсене һағынабыҙ!
Төплө белем биргәндәр беҙгә яратҡан уҡытыусыларыбыҙ. Шулай булмаһа класыбыҙҙан һәр беребеҙ уҡыу йортона инә алыр инеме ни!? Юҡ, әлбиттә! 21 уҡыусының 19-ҙы төрлө юғары йорттарына, ә 2-һе колледж-техникумдарға белем алырға барҙы! Класташтарыбыҙ араһынан Ҡазан, Стәрлетамаҡ, Ырымбур һәм Өфө ҡалаларына уҡырға ингәндәр. Был уҡытыусыларыбыҙҙың юғары белем кимәле биреүҙәре хаҡында һөйләй, әлбиттә.
Бөгөнгөләй хәтеребеҙҙә уҡырға барған мәлебеҙ: көн дә башҡа көндәргә ҡарағанда аяҙыраҡ кеүек ине. Гимназиябыҙ бинаһы үҙенең мөһабәтлеге менән беҙҙе аптыратты! Ә уҡытыусыбыҙ- Вәсилә Хәҡим ҡыҙы Ғәбитова үҙенең тыйнаҡ аҡыллы, тыныслығы менән арбаны. Беҙ, яңы донъяға килгән сепейҙәр кеүек, уның йылы ҡанаты аҫтына индек. Артабан, өлкән кластарға барғанда, был беҙгә донъяға ышаныс менән бағып атларға көс-дәрт бирҙе. 11-се синыфты тамамлағансы класс етәксебеҙ Айгөл Илдус ҡыҙы Рыҫбаева яныбыҙҙа терәк, урынлы һәм кәрәкле кәңәштәре менән ярҙам ҡулы һуҙыусы беренсе таянысыбыҙ булды.
Гимназиябыҙҙа беҙгә белем биргән һәр уҡытыусыбыҙға рәхмәтлебеҙ! Һеҙ биргән көстө, ышаныс-таянысты әле лә тоябыҙ кеүек. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, аҡыллы уҡыусылар теләйбеҙ. Ғаиләгеҙгә именлек, бәхет-мөхәббәт насип булһын, унда тик шатлыҡлы ауаздар ғына яңғырап торһон!
Быйылғы йыл яратҡан уҡыу йортобоҙға 60 йыл тулыуы менән дә иҫтәлекле. Гимназиябыҙға яҡты киләсәк, юбилейҙарҙың һуңғыһы булмауын һәм уҡытыусылар коллективына һаулыҡ, дәрт-дарман, рух көрлөгө теләйбеҙ!
Сығарылыш уҡыусылары исеменән Башҡорт Дәүләт Аграр университетының беренсе курс студенты Ләйсән ХӘЛИЛОВА, Башҡорт Дәүләт медицина университетының беренсе курс студенты Аделина ҒӘЙНЕТДИНОВА, Казан федераль университетының беренсе курс студенты Гөлфиә ТУНАСОВА.
Читайте нас: