Ҡаланың 10-сы мәктәбендә башҡорт телен дәүләт теле һәм туған тел булараҡ өйрәнеү өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Беҙҙә мобиль класс, интерактив ҡоролмалар, барлыҡ методик һәм уҡыу әсбаптар бар. Журналистика һәм кукла театры түңәрәктәрендә башҡорт теле дәрестән тыш өйрәнелә. Бында уҡыусылар башҡорт телендә «Илһам» гәзите сығара, рус әкиәттәрен үҙҙәре башҡорт теленә тәржемә итеп, үҙҙәре үк костюмдар тегеп, спектаклдәр ҡуялар. Мәктәп етәкселеге һәм уҡытыусылар ҙа һәр саҡ яңы, ҡыҙыҡлы алымдар эҙләнеү менән мәшғүл.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында БР Башлығы Радий Хәбиров башҡорт теле «модалы һәм кәрәкле» булһын өсөн бар көстө һалырға саҡырҙы. Беҙҙең инициатива менән апрель айында уҡ мәктәптә «Модалы башҡорт теле» проекты барлыҡҡа килде. Уның маҡсаты — башҡорт булмаған уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһында башҡорт телен популярлаштырыу һәм уны өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Был проект сиктәрендә уҡыусылар 100 иң әүҙем ҡулланылған башҡорт һүҙҙәрен табырға тейеш булды. Һуңынан ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып, «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 башҡорт һүҙе» тигән флешмоб-уйын үткәрелде. Шулай уҡ БАССР-ҙың 100 йыллығына һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға аранап, ғаилә фестивале ойошторолдо.
Ошо көндәрҙә «Модалы башҡорт теле» белем биреү проектын тантаналы рәүештә астыҡ. Унда ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғолова, Мәғариф идаралығы методисы Рима Арыҫланова һәм башҡорт теле уҡытыусылары саҡырылды. Ҡунаҡтарҙы уҡыусылар башҡорт бейеүҙәре менән ҡаршы алды (ҡурайҙа К. Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор коллективы етәксеһе Ринат Хәйбуллин уйнаны). Сара барышында «Башҡорт телен өйрәнәм» телетапшырыуын алып барыусы Вячеслав Чернев менән видеоконференция ойошторҙоҡ. Ул үҙенең 20 телде белеүе, 10-ында иркен һөйләшеүе менән уҡыусыларҙы аптыратты.
Тантаналы сара «Беҙ Мостай Кәримде уҡыйбыҙ» тигән флешмоб менән тамамланды. Унда сарала ҡатнашыусылар ғына түгел, ә мәктәптә эшләгән барлыҡ кеше ҡатнашты. Ошолай итеп беҙ мәктәптә башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләйбеҙ.