Все новости
Мәғариф
31 Октября 2019, 19:08

Бишәү иҫәбендә

Өфөлә үткән «Йәш профессионалдар» WorldSkills Russia төбәк чемпионатында беҙҙең йәштәр шауланы ғына. Унда ҡатнашыу теләге менән Өфө, Күмертау, Белорет, Благовар ҡалаларынан һәм Көйөргәҙе районы мәктәптәренән, мәғариф учреждениеларынан барлығы 14 команда ғариза биргән. Улар араһында иң көслө тип һаналған иң яҡшы биш команда һайлап алыу турын үткән. Бишәү исемлегенә Яңы Мораптал ауылы Б. Бикбай исемендәге мәктәбенең «HoneyLamb»(Алина Кинжәлиева Алина, Динә Даутова) командаһы һәм ҡаланың 3-сө БРГИ-ның “Иҙел” командаһы Регина Тоҡомбәтова, Рәсимә Ғафарова) командалар инде. Алина менән Динә эксперттар ихтибарына тәбиғи продукттарҙан төрлө сорттағы бал эшкәртеү, варенье яһау, дауалы үләндәр һәм һарыҡ йөнөнән бәйләнгән аксессуарҙар эшкәртеү проекты менән сығыш яһанылар. Шулай уҡ Рәсимә менән Регина ла үҙҙәрен һынатманы, улар “Иҙел” вокал студияһының план-бизнесын күрһәттеләр һәм 5-16 йәштәге балаларҙың, үҫмерҙәрҙең белем алыуҙарын ҡыҙыҡһынып иҫбат иттеләр.
Хәҙер улар 11-16 декабрҙә үтәсәк Башҡортостан республикаһының WorldSkills Russia “Йәш профессианалдары” V Асыҡ төбәк чемпионатында үҙҙәренең проекттары менән сығыш яһаясаҡтар.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: