Все новости
Мәғариф
15 Ноября 2019, 12:07

Белем арттырыу

Үткән шаршамбы райондың 500-гә яҡын уҡыусыларын йыйып, Сбербанк вәкилдәре дәрес үткәргән. Финанс яҡтан белемле булһындар, тип тырышҡандар. Бик кәрәкле сара, әйтәһе юҡ, теге саҡ Мәскәү өлкәһендә үткән ошондайыраҡ лекцияла бер студент ниңә беҙҙең банктың кредит ставкаһы беҙҙең илдә 12,9%, ә, мәҫәлән, Чехияла 6,9% тип һорағайны. Яуап урынына банк вәкиле йәштәргә матур музыка тыңлатҡайны. Кисәләге сарала балалар музыка тыңлағандарҙырмы, шулай ҙа финанс белемде төплө алғандарҙыр, тип ышанғы килә.
Гүзәл РӘМИЕВА
Читайте нас: