Все новости
Мәғариф
6 Декабря 2019, 13:55

ШӘП БИТ!

Әгәр ҙә Ер ярылһа, был ярылыу Шағир йөрәге аша үтә, тиҙәр.

Әгәр ҙә Ер ярылһа, был ярылыу Шағир йөрәге аша үтә, тиҙәр. Шөкөр, әлегә Еребеҙ имен, барыһы ла иҫән. Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваның йөрәге шатлыҡҡа тулған. Уның шатлығы балаларҙың туҡланыуына бәйле һәм ул беҙгә:
- Ура! Шатлығым менән уртаҡлашырға ашығам. Минең ауылым Кинйәбайҙың башланғыс мәктәбендә балаларға бутҡа ашата башлағандар! Шәп бит! Бәләкәй саҡта тиҙ асыҡтыра бит ул. Былтырҙан алып мыжыуҙарым - файҙаға булды! Хәйерлегә булһын! - тип яҙып ебәргән.
Тамара апай тыуған ауылы мәктәбендә белем алыусыларҙың йылы аш менән туҡланмауы хаҡында әллә ҡасандан бирле борсола ине. Бына, уның теләге ҡабул булды. Кинйәбай уҡыусыларын йылы бутҡа менән тәьмин итеү проблемаһы нисек хәл ителеүен район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимованан белештек.
- Был проблеманы хәл итеү өҫтөндә күптән уйлай инек. Павловка ауылы 8 км йыраҡлыҡта ята, унан йылы аш ташыуы ҡыйыныраҡ. Кинйәбайҙа балалар баҡсаһы бар, унда ашнаҡсылар ҙа, аш бешереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Шуға күрә мәктәп балаларын балалар баҡсаһынан ташып ашатырға ҡарар иттек. Әлеге көндә Кинйәбай башланғыс мәктәбендә 17 бала белем ала. Уҡыусыларҙың күптәре күп балалы ғаиләләрҙән. Ундай балалар бушлай туҡланыу хоҡуғына эйә. Һаулығы яғынан проблемалары булған уҡыусыларҙы ла бушлай ашатыу ҡаралған. Шулай итеп бындағы 17 уҡыусының яртыһы тиерлек бушлай туҡланасаҡ. Ғөмүмән әйткәндә, районда барлығы 10 башланғыс мәктәп (филиал) иҫәпләнә. Иҫке Мораптал һәм Яҡут башланғыс мәктәптәре уҡыусылары йылы аш менән тәьмин ителгән. Яҡут мәктәбенә Морапталдан ташыйҙар, ара бик йыраҡ түгел унда. Әле башҡа башланғыс мәктәптәрҙе лә йылы аш менән тәьмин итеү тураһында уйлайбыҙ. Ҡайһы бер ауылдарҙа балалар баҡсаһы бар, шуға уҡыусыларға ла йылы аш бешереү өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Был эште башҡарыу өсөн, әлбиттә, финанс талап ителә. Беҙҙең алдан иҫәпләүҙәр буйынса, 7 башланғыс мәктәпте йылы аш менән тәьмин итеү өсөн 1 млн һум тирәһе аҡса кәрәк. БР Башлығы Радий Хәбиров та бар уҡыусыларҙы бушлай ашатыу мәсьәләһен күтәрҙе. Иң тәүҙә башланғыс кластарҙан башларға тәҡдим итте ул. Шуға күрә беҙгә лә әҙер торорға кәрәк буласаҡ.
Р. ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: