Все новости
Мәғариф
10 Декабря 2019, 00:30

Ысын сәйәсмәндәргә әйләндек!

Ошо көндәрҙә гимназиябыҙға район мәғариф бүлегенән шылтыратыу булды.

Ошо көндәрҙә гимназиябыҙға район мәғариф бүлегенән шылтыратыу булды. Шылтыратыусы Ләйсән Хәсән ҡыҙы Аҙнабаева беҙгә Стәрлетемаҡҡа барып дебаттарҙа ҡатнашыу тураһында һүҙ башланы:
-Алло, хәйерле көн! Стәрлетамаҡта беҙҙең Ҡәҙимов Айнур йәштәр өсөн бик мөһим сара ойошторорға әҙерләнә. Мәғариф бүлегенән машина буласаҡ. Яҡташыбыҙҙы хупларға кәрәк ине. Ҡыҫҡаһы, иртәгә сәғәт 8-гә хакимиәт алдына килеп етегеҙ...
“Һайт” иткәнгә беҙ “тайт” итеп, бер егет һәм ике ҡыҙҙан торған “Шалтран” исемле команда булдырып, Стәрлегә юл алдыҡ.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында, беренсе тапҡыр республика кимәлендә, “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” менән берлектә тәүге йәш парламентарийҙар турниры-"ТURK-debate" ойошторолдо. Барлығы 24 команда йыйылғайны, һәр бер тел секцияһында 8 команда ҡатнашты. Һәр секция ихтилалсылары үҙ тыуған телдәрендә (татар, сыуаш һәм башҡорт) дебаттар үткәрҙе. Улар араһында мәктәптән килгән уҡыусылар һәм студенттар фекерләүҙә бер-береһе менән һынашты. Һәр кем үҙенә йәрәбә буйынса роль һайлап алды: Хөкүмәт(правительство) тәҡдим ителгән ҡатмарлы закон проектын ҡабул итеүгә ҡоролған аргументтар уйлап сығарырға тейеш ине. Оппозиция, киреһенсә, үҙ тарафынан был законды ни өсөн ҡабул итмәүен дәлилләргә тейеш булды. Уйын барышында командалар бер нисә закон проектын ҡараны. Мәҫәлән:
- Шәхси мәғлүмәтте (персональные данные) легалләштереү;
- Енес айырмалары буйынса (ҡыҙҙар һәм малайҙар) мәктәптәрҙе бүлеү;
- Айырыуса ауыр енәйәт өсөн үлем язаһын кире ҡайтарыу;
- Сығарылыш класс уҡыусыларын уҡырға үҙ республикабыҙҙа ҡалдырыу һ.б.
Уҡыусылар, студенттар күтәрелгән проблемалар буйынса туған телдә иркенләп аралаша алыуын күрһәтте. Һәр бер ҡатнашыусы үҙенең фекерен туған телендә аңлатып бирә, дәлилләй алды. Был бик ҡыуаныслы күренеш!
Шулай итеп, беҙҙең команда Хөкүмәт тә, Оппозиция ла ролендә булып финалға сыҡты һәм 2-се урынды яуланы!
Һис шикһеҙ, ихтилалсылар өсөн был турнир бик ҡыҙыҡлы һәм тәжрибәле булды. Бындай яңы форматлы осрашыуҙар беҙҙең йәштәребеҙ өсөн бик мөһим. Беренсе уйында эштең айышына бик төшөнөп бөтмәгән балалар, финалда ысын сәйәсмәндәр булып бәйге тотто. Уҡытыусылар, студенттар, эксперттар ҡыҙыу бәйге барышын ихлас ҡабул итеп күҙәтте.
Ҙур рәхмәттәребеҙҙе районыбыҙҙың мәғариф бүлегенә, Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимоваға, Ләйсән Хәсән ҡыҙы Аҙнабаеваға, гимназиябыҙ директоры Рәис Рузан улы Әбсәләмовҡа һәм иң мөһим ойоштороусыбыҙға – Йәштәр сәйәсәте лигаһының Стәрлетамаҡ бүлегенең етәксеһе Айнур Сәлим улы Ҡәҙимовҡа еткерәбеҙ!
Әйткәндәй, Айнур был сараны мотлаҡ үҙ районыбыҙҙа ла үткәрәсәкбеҙ, тине.
Гөлназ ӘҘЕҺӘМОВА,
Яңы Таймаҫ ауылы
гимназияһының
башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Читайте нас: