Все новости
Мәғариф
13 Декабря 2019, 12:20

Популярлаштырыу

Ноябрь аҙағында Күмертау ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың мәктәптәр араһындағы этабы үткәйне. Декабрь айының беренсе аҙнаһында ошо бәйгенең муниципаль этабы булды.

Ноябрь аҙағында Күмертау ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың мәктәптәр араһындағы этабы үткәйне. Декабрь айының беренсе аҙнаһында ошо бәйгенең муниципаль этабы булды. Абруйлы ярыштарҙың һуңғы этабында 7-11 класс уҡыусылары үҙ көсөн һынаны. Барлығы был этапта 78 бала ҡатнашты. Олимпиадала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡығандар, башҡорт телендә уҡытылған мәктәптәрҙә уҡыған балалар һәм рус мәктәбендә башҡорт телен тыуған тел булараҡ өйрәнгән уҡыусы балалар һынау тотто. Был олимпиаданың үҙенсәлеге шунда – бәйгеселәр башҡорт телен популярлаштырыу буйынса үҙ проекттарын жюри хөкөмөнә сығарҙы. Бәйгелә 3-сө БРГИ уҡыусылары еңеүсе тип танылды. Киләһе йылдың ғинуар айында төбәк-ара олимпиадала гимназия уҡыусылары ҡала исемен яҡлаясаҡ.
Олимпиада уҡыусыларҙың ғилми проекттар эшләүгә әҙерлек кимәленең түбән икәнен күрһәтте. Ошо етешһеҙлекте бөтөрөү маҡсатында, Башҡорт теле көнөндә “Ҡышҡы уҡыуҙар” проектына старт бирәсәкбеҙ. Был 21 февралгә Туған телдәр көнөнә тиклем дауам ителәсәк. Был сарала уҡыусылар оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн проекттар әҙерләү буйынса семинарҙар ҙа ҡыҙыҡлы һәм файҙалы буласаҡ. Һуңынан семинарҙа ҡатнашыусылар үҙҙәренең проект эштәрен яҡлаясаҡ.

Рима АРЫҪЛАНОВА,

Күмертау ҡалаһы мәғариф

бүлегенең туған телдәр

буйынса методис

14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, "Юшатыр" гәзите видеосюжеттар конкурсы уҙғарасаҡ. Бының өсөн тик 14 декабрь көнөндә генә башҡорт теленә ҡағылышлы йыр, шиғыр һәм башҡа видеосюжеттар ҡабул итәбеҙ. Йәш арауығы сикләнмәгән. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә. Һеҙҙән оригиналь сюжеттар көтөп ҡалабыҙ.

2013 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда:
Күмертауҙа йәшәгән дөйөм халыҡтың 11 мең 496-һын башҡорттар тәшкил итә. Шуларҙың 7 мең 441- е башҡорт телендә һөйләшә, аралаша. Үҙҙәрен башҡорт тип һанағандары 10 мең 53 кеше булһа, 1 мең 345-е үҙҙәрен рус, ә 78-е татар тип йөрөтәләр.

Читайте нас: