Все новости
Мәғариф
13 Декабря 2019, 12:20

Саф башҡортса

Ҡайҙандыр ситтән, башҡортса бөтөнләй һөйләшмәгән ерҙән Күмертауға килеп юлыҡһаң һәм, мәҫәлән, магазинға йәки поликлиникаға барып кереп, унда русса белмәгән кешеләр ултырһа нишләргә?

Ҡайҙандыр ситтән, башҡортса бөтөнләй һөйләшмәгән ерҙән Күмертауға килеп юлыҡһаң һәм, мәҫәлән, магазинға йәки поликлиникаға барып кереп, унда русса белмәгән кешеләр ултырһа нишләргә? Йәки берәй урамды таба алмай аптырап тороп, ҡаршыңа русса белмәгән кеше осраһа, унан Фәлән Төгәнов урамы ҡайҙа тип саф башҡортса нисек һорарға? Бындай кешеләр өсөн ҡалала «Башҡорт телен өйрәнәм” мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә русса-башҡортса һөйләшеү һүҙлеге баҫылып сыҡты. Китапҡа башҡорт телендә йыш ҡулланылған һүҙҙәр индерелгән: һаулыҡ һорашыу, көндәлек эш-хәрәкәттәр, йыл миҙгелдәре лексикаһы, дауаханала йәки кибеттә кәрәк булған һүҙҙәр, Күмертауҙағы урам һәм майҙан исемдәре һәм башҡалар.
Был һүҙлек Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ярҙамы менән сығарылған. Рәхмәт.
Читайте нас: