Все новости
Мәғариф
17 Декабря 2019, 11:55

Янып йәшәргә һәм эшләргә

Районыбыҙҙа үткән аҙнала “Башҡорт теле” аҙналығы иғлан ителгәйне. Был аҙналыҡ сиктәрендә төрлө саралар һәм асыҡ дәрестәр үткәрелде. Аҙна аҙағында бер төркөм уҡытыусылар менән баш ҡалабыҙ Өфөгә лә юлландыҡ.

Районыбыҙҙа үткән аҙнала “Башҡорт теле” аҙналығы иғлан ителгәйне. Был аҙналыҡ сиктәрендә төрлө саралар һәм асыҡ дәрестәр үткәрелде. Аҙна аҙағында бер төркөм уҡытыусылар менән баш ҡалабыҙ Өфөгә лә юлландыҡ. Унда “Мега” сауҙа йортонда Башҡорт теле көнөнә арнап үткән сарала булдыҡ. Аҙаҡ башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә барып сәскәләр һалдыҡ. Яҡташыбыҙ Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһын ҡарауға ла ирештек. Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙа ҡатнашыу теләге менән башҡорт теле уҡытыусылары ғына түгел, ә рус, татар теле уҡытыусыларының да беҙҙең менән баш ҡалабыҙға барыуы ҡыуандырҙы.
Башҡорт теле аҙналығы буйына һәр башланғыстың башында булыусы, ошондай матур хәтирәләр ҡалдырған сәйәхәтте ойоштороусы район мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Ләйсән Аҙнабаеваға, һәр башланғысты хуплаусы мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимоваға, театрға барыу өсөн билеттар алыуҙа ярҙам иткән профсоюзыбыҙ рәйесе Александр Самсоненкоға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр сараларҙа ҡатнашып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ. Артабан да матур саралар ойоштороп, телебеҙ киләсәге өсөн янып эшләп һәм йәшәргә яҙһын.

Резида ИҘРИСОВА,

Ермолаевоның 1-се һанлы

мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Үткән ялда Башҡорт теленә арналған саралар бар ерҙә лә киң ҡолас менән үтте. Редакция был хаҡта, кем нисек үткәргән, күп хаттар алды. Беҙ башты эйеп барығыҙға ла рәхмәт әйтәбеҙ, тик хаттарҙы гәзиттә баҫа алмайбыҙ - нисек кенә теләһәк тә, урын етмәйәсәк. “Юшатыр” һәр килгән хатҡа иғтибарлы, барыһын да гәзиттә бирергә тырыша. Тик был осраҡта юрғаныбыҙ аяҡты түгел, кендекте ябырға ла етмәй. Артабан да хаттарығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ, уларын беҙ һис шикһеҙ баҫырға тырышасаҡбыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ
Читайте нас: