- Сығарылыш осоро һәр саҡ тулҡынландырғыс, әлбиттә. Һеҙҙе алда Берҙәм дәүләт имтихандары көтә. Һеҙ был имтихандарҙы тәүгеләрҙән биреүсе түгел, шуға күрә ҡурҡмағыҙ, бирәсәкһегеҙ. Бының өсөн тик әҙерләнергә генә кәрәк. Әлбиттә, беҙ мәктәп тамамлаған саҡта икенсе төрлөрәк булды. БДИ һөҙөмтәләре буйынса бер юлы бер нисә вузға кереп була. Улар араһынан һеҙ үҙегеҙҙҙең күңелегеҙгә ятҡанын ғына һайлап алығыҙ. Юғары уҡыу йортона керә алмаһағыҙ ҙа ҡайғырмағыҙ, башҡа уҡыу учреждениелары ла уларҙан бер ҙә ҡалышмай. Эшсе һөнәрҙәре күберәк талап ителә һәм уларҙың эш хаҡтары ла юғары. Эшсе һөнәре һайларға оялмағыҙ, уның бер ояты ла юҡ. Хәҙерге заманда юристар, иҡтисадсылар менән донъя тулған, әммә улар араһынан яҡшы белгесте табыуы еңел түгел. Әгәр ниндәйҙер юғары уңыштарға ирешергә теләһәгеҙ, һеҙгә ғүмер буйына уҡырға кәрәк буласаҡ. Шуны онотмағыҙ. Бер ҡасан да уҡыу йәки эш өлкәһен алыштырырға тартынмағыҙ. Шулай уҡ алдығыҙға маҡсат ҡуйырға өйрәнегеҙ. Ул маҡсаттар берәү генә түгел, күп булһын. Берҙәм дәүләт имтихандарын да тапшырырһығыҙ, уҡырға ла керерһегеҙ, тик ул һөнәр, ҡабатлап әйтәм, күңелегеҙгә ятһын.
Ирина Ринат ҡыҙы БДИ һорауҙары буйынса мәғлүмәт бирҙе. Артабан йыйылышҡа килгән белгестәр ҙә үҙҙәренең өлкәләренә ҡағылған һорауҙар буйынса сығыш яһаны. «Беҙгә уҡырға килегеҙ!», - тип, үҙҙәренә саҡырыусылар ҙа күп булды был көндө.