Все новости
Мәғариф
24 Декабря 2019, 11:45

Дәртлеләр, татыуҙар

Көйөргәҙе районының башҡорт теле уҡытыусыларының бар эштә лә алдынғы, һәр ваҡыт әүҙем икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Улар йә күмәкләшеп, Өфөгә барып спектакль ҡарап ҡайталар, йә бергәләшеп Башҡортостанды гиҙәләр.

Көйөргәҙе районының башҡорт теле уҡытыусыларының бар эштә лә алдынғы, һәр ваҡыт әүҙем икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Улар йә күмәкләшеп, Өфөгә барып спектакль ҡарап ҡайталар, йә бергәләшеп Башҡортостанды гиҙәләр. Шулай татыу йәшәйҙәр улар. Ең һыҙғанып уҡыта ла, кәрәк ваҡытта гөрләтеп ял итә лә беләләр. Интернет селтәре аша уларҙы күҙәтеп барған башҡа район уҡытыусылары ла улар менән һоҡлана, хатта, көнләшә.
2019 йылға йомғаҡ яһар өсөн башҡорт теле уҡытыусылары йәнә йыйылышты. Был юлы мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире Ләйсән Аҙнабаева уҡытыусыларҙың һәр береһенә йылы һүҙҙәрен әйтеп, лайыҡлы уңыштары өсөн бүләктәр тапшырҙы. Уҡытыусылар ҙа үҙ сиратында, үҙҙәрен ошолай итеп һәр саҡ ойоштороп, дәрт өҫтәп, һәр ваҡыт ҡурсалап тороусы Ләйсән Хәсән ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Читайте нас: