Все новости
Мәғариф
2 Января 2020, 15:25

Алышҡандар, еңгәндәр

Worldskills Russia тип ят һүҙҙәр менән исемләнгән Чемпионатта беҙҙең Көйөргәҙе егет-ҡыҙҙары ла ҡатнашты.

Worldskills Russia тип ят һүҙҙәр менән исемләнгән Чемпионатта беҙҙең Көйөргәҙе егет-ҡыҙҙары ла ҡатнашты. Кемеһе бизнес буйынса көс һынаны, кемеһе автомобилдәр йүнәтеү тигән йүнәлештә ярышты. Әйтеүе генә анһат, Күмертауға йөрөп әҙерләнделәр балалар, һауа торошо нисек булыуына ҡарамаҫтан, ҡалаға килеп етә инеләр, бына кемдә ул ихтыяр көсө, бына кемдә еңеүгә ынтылыш. Һәм бына һөҙөмтә: кемеһе икенсе, кемеһе өсөнсө урынды алған. Уҡыусыларҙың барыһын, хакимиәткә йыйып, бүләкләнеләр. Залда бөхтә кейенгән ата-әсәләр ҙә булды, уйын эш түгел - уларҙың йөрәк киҫәккәйҙәре Өфөләргә барып, алдынғы мәктәп уҡыусылары менән алышҡан һәм еңгән.
Читайте нас: