Все новости
Мәғариф
14 Января 2020, 11:45

Курстар үтте

Уҡыйым, өйрәнәм тигән кешегә ниндәй генә мөмкинлектәр юҡ беҙҙең республикабыҙҙа?

Уҡыйым, өйрәнәм тигән кешегә ниндәй генә мөмкинлектәр юҡ беҙҙең республикабыҙҙа? Шундай мөмкинлектәрҙең береһе баш ҡалабыҙҙың Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан. Урыҫ телендә уны ҡыҫҡартып РИЛИ тип кенә йөрөтәләр, ә башҡортса Республикабыҙҙың инженерҙар лицей-интернаты.
Был лицей-интернат үҙенең эшмәкәрлеген Өфө дәүләт нефть техник университеты менән бергә алып бара. Лицей университетҡа уҡырға инергә теләүселәрҙе әҙерләй, уларға ярҙам итә. Был уҡыу йорто бында уҡырға килеүселәрҙе генә түгел, ә талиптар каникулда булғанда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 9-сы класс уҡыусыларына өс көнлөк әҙерлек курстары үткәрә.
Беҙҙең райондан ун һигеҙ уҡыусы (Яҡшымбәт һәм Ермолаево ауылдарынан) 9-13 ғинуарҙа был лицейҙа әҙерлек курстары үтеп ҡайттылар. Унда роботтар эшләргә, уларҙы хәрәкәтләндерергә өйрәнделәр. Уҡыуҙан тыш төрлө күңел асыу саралары ла булған. Уҡыусыларҙың бик ныҡ күңелдәре булып, киләсәктә төрлө техник уҡыу йорттарына уҡырға инергә тигән теләктәр менән ҡайттылар. Өфөгә барып ҡайтыу мөмкинлеге тыуҙырған өсөн уҡыусыларыбыҙ районыбыҙҙың мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимоваға рәхмәттәрен белдерҙеләр.
Азат ҒӘЛИЕВ,
Яҡшымбәт урта мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы
Читайте нас: