Все новости
Мәғариф
24 Января 2020, 12:25

Башҡортостанда юғары белем алыу өсөн алты сәбәп

Һеҙ йәки һеҙҙең балаларығыҙ яҡын арала мәктәп тамамларға йыйынамы? Тимәк, әле үк уларҙың ҡайҙа уҡырға инеүе хаҡында уйланырға ваҡыт.Башҡа ҡалаға белем алырға юлланыр алдынан яҡшы итеп уйлағыҙ әле: ситкә китмәйенсә генә дипломға эйә булыу уңайлыраҡ һәм яҡшыраҡ түгелме? Был ҡарарҙың ыңғай яҡтарын алты сәбәп менән билдәләп үтергә булдыҡ.

25 ғинуарҙа илебеҙҙең барлыҡ студенттары үҙҙәренең төп байрамын – Студенттар көнөн билдәләй. 1755 йылда батшабикә Елизавета Рәсәйҙә тәүге университет асыу тураһында указға ҡул ҡуя, ә император Николай I был көндө бөтә илдең юғары уҡыу йорттары көнө булараҡ билдәләргә бойора.
Һеҙ йәки һеҙҙең балаларығыҙ яҡын арала мәктәп тамамларға йыйынамы? Тимәк, әле үк уларҙың ҡайҙа уҡырға инеүе хаҡында уйланырға ваҡыт.
Башҡа ҡалаға белем алырға юлланыр алдынан яҡшы итеп уйлағыҙ әле: ситкә китмәйенсә генә дипломға эйә булыу уңайлыраҡ һәм яҡшыраҡ түгелме? Был ҡарарҙың ыңғай яҡтарын алты сәбәп менән билдәләп үтергә булдыҡ.
  1. Белем биреү сифаты – юғары кимәлдә
  2. Төбәктә алынған белем бер кемгә лә кәрәкмәй һәм уның менән эшкә урынлашыу ауыр, тип һанай ҡайһы берәүҙәр. Әммә был дөрөҫ түгел. Республиканың юғары уҡыу йорттары, бигерәк тә техник йүнәлештәгеләре, илдең белем усаҡтары рейтингында юғары урындар яулай. Йыл һайын беҙҙең университеттарға Ер шарының төрлө мөйөштәренән йөҙҙәрсә студент уҡырға инә. Беҙҙең университеттарҙа уҡыған студенттар «Роснефть», «Башнефть», «Газпром», «Транснефть» һәм «Лукойл» кеүек компанияларҙа, Германия, Голландия, Төркиә, Япония, Израиль һәм АҠШ ише сит илдәрҙә стажировка үтә. Уҡыу планы бер урында тормай – белем усаҡтарында яңы йүнәлештәр асыла: «3D-яҫылыҡтарҙы моделләштереү», «Петрофизикала һанлы технологиялар», «Йылылыҡ энергетикаһында инновация менеджменты», «Логистика һәм идара итеү» һәм башҡалар.
    Һуңғы миҫалдарҙың береһе – Forbes исемлегенә ингән доллар миллиардеры Ратмир Тимашев. Авиация университетын тамамлаған белгес иптәше менән бергә компьютер мәғлүмәттәрен тергеҙеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән Veeam Software компанияһын төҙөй. Былтыр улар үҙ бизнесын биш миллиард долларға һата. Ошо көндәрҙә Ратмир Тимашев Өфөгә класташтар осрашыуына килеп ҡайтты, бер ыңғай үҙе уҡыған университетта булып, уның попечителдәр советына ағза булып ингән.
    1. Эш табыу еңелерәк
    2. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың 80 проценты эш таба. Шуны ла билдәләргә кәрәк, үҙебеҙҙә, йәғни тыуған ерендә уҡығандарҙың эшле булыу мөмкинлеге ҙурыраҡ. Ни өсөнмө? Сөнки бөгөн танылған һәм алға ҡарап эш иткән ҙур предприятиелар кадрҙарҙы ситтән йәлеп итергә тырышмай, ә урындағы аҡыллы, белемле йәштәргә өҫтөнлөк бирә. Беренсе курс студенттары практикаға барып һынау үтә, өсөнсө курсҡа етеүгә предприятиеның эшмәкәрлеген тулыһынса аңлай башлай, ә бишенсе курсты тамамлауға уларҙы эш урыны көтә. Был алымды «Башнефть», «Газпром» кеүек эре предприятиелар ғына түгел, ҡунаҡхана бизнесы, медицина учреждениелары ла ҡуллана. Бынан алдағы һандарҙа һөйләүебеҙсә, йәш белгес булып сыҡҡан педагогтар һәм табиптар районға эшкә ҡайтһа, уларға бер миллион һум аҡса бирелә. Был – бик яҡшы ярҙам.
      1. Йәшәргә урын табыу еңелерәк һәм арзаныраҡ
      2. Һүҙ юҡ, Мәскәү юғары уҡыу йорттарының ятаҡтары замансараҡ һәм уңайлыраҡ. Әммә бөтәһе лә түгел, һәм ул барыһына ла бирелмәй. Ситтән килеүселәрҙең күптәренә ятаҡта урын етмәй. Иң билдәле ҡайһы бер уҡыу йорттарының ятаҡтары әле булһа СССР заманындағыса.
        Мәсьәләне хәл итеүҙең берҙән-бер юлы – ҡуртымға бүлмә йәки фатир алыу. Әммә бының өсөн ярайһы уҡ ҙур аҡса кәрәк. Иң осһоҙ вариант – студенттар йәшәгән бүлмәлә бер карауат-урын алыу. Ҡайҙа урынлашыуына ҡарап, ул айына яҡынса 10-15 мең һум тора. Бер үҙеңә айырым бүлмә (фатирҙаштар менән йәнәш) тотоу метро станцияһынан алыҫыраҡ урындарҙа – 15 мең, үҙәктә 20-25 мең һум тәшкил итә.
        Мәскәү өлкәһендәге бәләкәй генә майҙанлы айырым фатирҙа йәшәү айына – 20 мең, баш ҡаланың ситендә 35 мең һум тирәһенә төшә, әммә был осраҡта көн һайын бер яҡҡа ғына сәғәт ярым самаһы электричкала йәки метрола йөрөргә кәрәк буласаҡ. Бындай сығымдарҙы һәр ғаилә күтәрә ала, тип әйтеп булмай.
        Өфө хаҡтары яҡынса ике-өс тапҡырға арзаныраҡ. Күршең менән бер бүлмәлә йәшәү яҡынса – биш мең, бер үҙеңә айырым бүлмә – 7-9 мең, бер бүлмәле фатир 10-15 мең һум сығым талап итә. Фатирҙың ҡайҙа урынлашыуы хаҡтарға әллә ни ныҡ тәьҫир итмәй, күп осраҡта ул торлаҡтың торошона ҡарап арта.
        1. Юл ярты көндө алмаясаҡ
        2. Өфө – ҙур, әммә ярайһы уҡ ыҡсым ҡала. Һеҙ ҡаланың икенсе яҡ ситендә йәшәһәгеҙ ҙә, яҡынса 40 минут эсендә үҙәккә килеп етә алаһығыҙ. Әгәр инде ятаҡтан урын булһа, уҡырға йәйәү ҙә йөрөп була.
          Мәскәүҙәге юл йөрөү проблемаларын барығыҙ ҙа ишетеп беләлер. Әгәр метронан алыҫ йәшәһәгеҙ, ике сәғәт алдан, йәғни таңғы сәғәт етелә сығырға кәрәк. Ә иртәнге һәм киске сәғәттәрҙә кешеләр ағымы шул тиклем күбәйә, ҡайһы бер урындарҙа аяҡ баҫыр урын булмай. Тағы ла бер кире яғы – юл йөрөү ҡыйбат, быйылдан метроға хаҡ йәнә артты: бер тапҡыр йөрөү хәҙер 57 һум тора.
          Өфө файҙаһына тағы бер дәлил: тыуған төйәгең яҡын буласаҡ. Бер аҙна уҡыйһың да йома көнө автобусҡа ултырып, атай-әсәйең янына юлланаһың. Әйткәндәй, хәҙер Өфөнән бөтә район үҙәктәренә автобус йөрөй.
          1. Юғары стипендиялар алырға мөмкин
          2. Өфөнөң уҡыу йорттарында, Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары бал йыйып, көндөҙгө бүлеккә бюджет урынына уҡырға ингән беренсе курс студенттарына йыл дауамында ярайһы уҡ яҡшы стипендия түләнә. Төрлө вуздарҙа уларҙың суммаһы 10 меңдән 25 мең һум арауығында тирбәлә.
            Бынан тыш, ғәҙәти – «дәүләт академия стипендияһы» менән бер рәттән өҫтәмә түләүҙәр – юғары, социаль, исемле һәм башҡа стипендиялар бар. Улар хаҡында тулыраҡ белергә теләһәгеҙ, юғары уҡыу йортоноң сайтына инеп, «Абитуриентҡа» йәки «Стипендиялар» тигән бүлектәрҙәге мәғлүмәт менән танышығыҙ.
            1. Психологик уңайлылыҡ
            2. Башҡа ҡалаға күсеү, хатта ул бер ни тиклем таныш булған хәлдә лә, йәштәр өсөн үҙенә күрә көсөргәнеш.
              – Ят ҡалала уҡый башлауға бәйле стресс кисергән студенттар, был халәттән арына алмай, йыш ҡына белгестәргә мөрәжәғәт итә, – тип һөйләй психолог Елена Садыкова. – 18-20 йәшлектәр өсөн яҡын кешеләрең менән аралашыу бик мөһим роль уйнай. Икенсе ҡалаға китеп, ул барлыҡ социаль бәйләнештәрен юғалта һәм мөмкин тиклем тиҙерәк яңы бәйләнештәр урынлаштырыуға мохтажлыҡ кисерә. Әммә быны эшләү барыһы өсөн дә еңел түгел. Был хәл-торошҡа уҡыу, яңы урын, финанстар, мөхәббәт мөнәсәбәттәренә бәйле көсөргәнештәр өҫтәлә.
              Ҡайһы берҙә тыуған төйәктә уҡыған осраҡта ла адаптация осоро ауыр үтә. Ата-әсәләр кисәге мәктәп уҡыусыһының кисерештәренә етди ҡарарға, ярҙам итергә (әпәүләү менән бутарға ярамай!) тейеш. Ул сағында беренсе курс студенты был ҡаршылыҡтарҙы еңел генә үтә аласаҡ.
              Ҡабул итеү комиссиялары тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан табырға
              (республиканың төп вуздары)
              - Башҡорт дәүләт университеты — pk.bashedu.ru/
              - Башҡорт дәүләт аграр университеты — bsau.ru/abitur/
              - Башҡорт дәүләт медицина университеты — bashgmu.ru/abitur/
              - М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты — bspu.ru/abitur/index.php
              - Өфө дәүләт авиация техник университеты — ugatu.su/abitur/
              - Өфө дәүләт нефть техник университеты — rusoil.net/page/abiturientam
              Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың 80 проценты эш таба.
              Читайте нас: