Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлегенең Башҡорт теле йылын үткәреү тураһындағы башланғысы БР Башлығы Р.Ф. Хәбиров тарафынан хуплау тапты. 2019 йылдың 14 декабрендә БР муниципаль район һәм ҡалалар округтарының ҡоролтай башлыҡтары йыйылышында Республика Башлығы Р.Ф. Хәбировтың күрһәтмәләре исемлеге төҙөлгәйне. Исемлектәге төп бурыстарҙың береһе: “Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы тәжрибәһен ҡулланып, өлкән йәштәгеләр өсөн башҡорт телен өйрәнеү методикаһын төҙөү”.
21 ғинуарҙа Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының белем биреү, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү буйынса киңәйтелгән комисия йыйылышы уҙғарылды. Сарала Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Э. Р. Айытҡолова, БР “Телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау Фонды” директоры Г. Р. Йосопова һәм белгес Р. Т. Аҡбулатова, яҙыусы һәм сценарист З. Д. Бураҡаева, БР мәғарифте үҫтереү институтының туған телдәр кафедраһы доценты А. Г. Илмөхәмәтов, БР-ҙың башҡорт һәм туған телдәр ассоциациаһы рәйесе Ф. Б. Санъяров һәм башҡалар ҡатнашты. Ултырыштың көн тәртибендә, Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы тарафынан, өлкән быуын вәкилдәре өсөн башҡорт телен өйрәнеү курстарын ойоштороу тәжрибәһен уртаҡлашыу булды.
Комиссияла Күмертау башҡорттары Башҡарма комитеты рәйесе Ә. Ф. Шәмиғолова һәм Күмертау педагогияһы колледжы уҡытыусыһы Р. Ф. Арыҫланова сығыш яһаны. Улар башҡорт телен тәү өйрәнеүселәр өсөн булдырылған курстарҙы ойоштороу тәжрибәһе һәм өйрәтеү методикаһы менән бүлеште. Ҡатнашыусыларға презентация һәм видеоматериалдар күрһәтелде, ҡалала махсус әҙерләп сығарылған русса-башҡортса “Сәләм, Күмертау!” һәм “Балалар баҡсаһында башҡорт теле өйрәнәм” китабы таратылды.
Комиссия ултырышында фекер алышыу бик йәнле барҙы, әһәмиәтле һәм ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр менән уртаҡлаштылар. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Э. Р. Айытҡолова, аныҡ ваҡытын билдәләп, Күмертау ҡалаһындағы тәжрибә нигеҙендә, башҡорт теле курсын уҡытыу методикаһын төҙөү буйынса төркөмдө булдырырға тигән тәҡдим индерҙе. Был төркөмгә эксперт сифатында БР-ҙың “Телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау Фонды” директоры Г. Р. Йосопова һәм белгесе Р. Т. Аҡбулатова, яҙыусы һәм сценарист З. Д. Бураҡаева, БР мәғарифты үҫтереү институтының туған телдәр кафедраһы доценты А. Г. Илмөхәмәтов, БР-ҙың башҡорт һәм туған телдәр ассоциациаһы рәйесе Ф. Б. Санъяров һәм башҡалар йәлеп ителде. Был исемлеккә эксперттар итеп Күмертау ҡалаһы вәкилдәре Ә. Ф. Шәмиғолова һәм Р. Ф. Арыҫланова ла индерелде.