Все новости
Мәғариф
28 Января 2020, 12:00

Белик Өфөгә бара

Уҡытыусылар балалараға белем һәм тәрбиә генә биреп ҡалмай, улар үҙ-ара ярышырға ла, белемдәрен камиллаштырырға ла, коллегелары менән тәжрибә уртаҡлашырға ла өлгөрә.Үткән йомала Ермолаевоның 1-се мәктәбендә райондың 8 педагогы «Йыл уҡытыусыһы - 2020» конкурсында көс һынашты.

Уҡытыусылар балалараға белем һәм тәрбиә генә биреп ҡалмай, улар үҙ-ара ярышырға ла, белемдәрен камиллаштырырға ла, коллегелары менән тәжрибә уртаҡлашырға ла өлгөрә.
Үткән йомала Ермолаевоның 1-се мәктәбендә райондың 8 педагогы «Йыл уҡытыусыһы - 2020» конкурсында көс һынашты. Һәр конкурсант был көндө оҫталыҡ дәресе күрһәтте һәм үҙҙәренең бер урында ғына тапанмауҙарын, һәр саҡ заман талаптарына яраҡлашып, алға барыуҙарын иҫбатланы.
Ярыш булғас, мотлаҡ еңеүсеһе лә булырға тейеш. Шулай итеп, иң күп мәрәй йыйып, конкурста ҡатнашыусы берҙән-бер ир уҡытыусы, Бахмут мәктәбенең география уҡытыусыһы Анатолий Иванович Белик Гран-при яуланы. 1-се урынды Яҡуп мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфирә Хәйрулла ҡыҙы Ниғмәтуллина һәм Павловка мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфинә Рәшит ҡыҙы Әмәкәсова, 2-се урынды Ермолаевоның 2-се мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Татьяна Николаевна Звягинцева менән Яҡшымбәт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Нәғим ҡыҙы Бикмаева бүлеште. 3-сө урынға Аҡһары мәктәбенең биология уҡытыусыһы Айгөл Хәлит ҡыҙы Абукаева сыҡты. «Йәш уҡытыусы» номинацияһында Зәк-Ишмәт мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Нәркәс Мидхәт ҡыҙы Мирасова, «Еңеүгә ынтылыш өсөн» номинацияһында Керәүле-Илюшкин мәктәбенең башланғыс кластар уҡытысыһы Зоя Андреевна Федорова еңеүсе тип табылды.
Шулай итеп, Гран-при алыусы А. Белик, йәш уҡытыусы булараҡ А. Абукаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһынан Бахмут мәктәбе уҡытыусыһы Айһылыу Насип ҡыҙы Таймаҫова Өфөгә, республика буйынса Көйөргәҙе данын яҡларға барасаҡ. Беҙҙекеләр унда лайыҡлы сығыш яһап, еңеүҙәр яулап ҡайтыр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: