Республика политехник лицей –интернатында яңы директор тәғәйенләнде. Уҡыу йортоноң элекке директоры Римма Айрат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнгәс, был вазифаға конкурс иғлан ителде. Конкурс барышында Яңы Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән, Венер Ришат улы еңеп сыҡты. Башҡортостан Республикаһы министры фарманы менән 29 ғинуарҙан эш башланы. Уны коллектив менән таныштырырға килгән Мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Марат улы Мәүлитбирҙин: “ Һеҙҙең лицей бик абруйлы уҡыу йорто. Артабан да уның абруйын бергәләп, берҙәм булып күтәрерһегеҙ...” тип ышаныс белдерҙе.